01.03.2011 Көнләшеү һөйөүҙе үлтерә
Бер-береһен яратыусылар араһында һәр ваҡыт билдәле бер кимәлдә эгоизм йәшәй. Ләкин, ҡағиҙә булараҡ, ул бер-береңә ышаныу хисе менән йомшартыла. Тик көнләшеү уларҙың араһы бер ни тиклем һыуыныуын күрһәтә. Көнсөллөк ир менән ҡатынды бәхетһеҙ, даими рәүештә бер-береһенә ышанысһыҙ йәшәргә мәжбүр итә. Тыныс тормош менән йәшәргә теләүсе кеше шикләнеүгә урын ҡалдырмай, ышанмаусанлыҡҡа килтерерҙәй бөтә нәмәнән алыҫыраҡ йөрөргә тырыша, хыянаты тураһында шаяртҡан булып, ирен йәки ҡатынын утҡа һалмай, сәбәпһеҙ көнләшеп ҡыланмай.