«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йондоҙнамә 21-27 февраль



19.02.2011 Йондоҙнамә 21-27 февраль

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаның тәүге яртыһы көсөргәнешле үтер. Ваҡытығыҙ етмәҫ, эшегеҙ муйындан булыр. Был арала етди мәсьәләләр менән етәкселәргә артыҡ йөрөмәҫкә кәңәш ителә. Сығымдарығыҙға иғтибарҙы кәметмәгеҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Эштәрегеҙҙә бер аҙ буталсыҡ күҙәтелер. Бының ҡайһы ваҡыт өҫтәмә сығымдарға килтереүе лә бар. Кесе йома һәм йома бер аҙ уңышлыраҡ көтөлә. Был көндәрҙәге ваҡиғалар мотлаҡ кәйефегеҙҙе күтәрер.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Үҙегеҙҙең көсөгөҙгә ышанысығыҙ юғары булһа, тап шул тиклем уңыштарға ла өмөт итә алаһығыҙ. Осор бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итер. Тик үҙегеҙгә тиң кешеләр менән генә аралашыу файҙалы буласаҡ.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)
ҡәҙимге осор. Шишәмбелә ниндәйҙер элек белмәгән серҙе асыҡларһығыҙ. Бынан үҙегеҙгә бер аҙ файҙа ла сығарырһығыҙ, бәлки. Кесе йомала йондоҙҙар аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙе сисергә булышлыҡ итер.
Буға (21.04 – 21.05)
Был арала булған мөнәсә­бәттәр­ҙе барлап сығырға кәрәктер, буғай. Бәғзеләр һеҙҙең яҡшы ҡарашығыҙҙан файҙалана һымаҡ. Бындай кешеләр менән арағыҙҙы һис икеләнмәйенсә өҙөгөҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙҙең тирәлә бик үҙгәреүсән хәл көтөлә. Был һиҙгерлек һәм иғтибарлылыҡ талап итер, әлбиттә. Шишәмбелә яҡшы таныш кешеләр менән дә ауыр аңлашырһығыҙ. Иң өмөтлө көнөгөҙ – йома.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Шишәмбелә уңайлы мәлдән файҙаланып ҡалырға тырышығыҙ. Матди хәлегеҙ артыҡ маҡтанырлыҡ түгел, ләкин тотороҡло буласаҡ. Яҡын арала шәхси тормошоғоҙға яңы кешенең килеп инеүе бик ихтимал.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор бер аҙ тынысһыҙ бу­лыр­ға оҡшай. ҡайһы саҡ­та һауала йөҙмәй, ергә төшөргә кәңәш ителә. Тор­мошта кәрәкле мәсьәләләрҙе юҡ-барынан айырырға тырышығыҙ. Йома­ла алыҫтан көтөлмәгән хәбәр алыуығыҙ бар.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Мәшәҡәттәрегеҙ күбәйеп, шәхси мөнәсәбәттәрегеҙгә кире йоғонто яһауы ихтимал. Шаршамбыла кемдер һеҙгә өҫтәмә эш йөкмәтергә тырышыр. Бынан баш тартыу дөрөҫ булыр һымаҡ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Кеше араһында абруйығыҙ күҙгә күренеп артыр. Холҡоғоҙ ҙа бер аҙ ҡатыраҡ, ҡырыҫыраҡ булыр һы­маҡ. Аҙнаның икенсе яртыһы тынысыраҡ үтер. Йондоҙҙар күңелегеҙгә оҡшаған эш менән генә бу­лышыр­ға ҡуша.
Саян (24.10 – 22.11)
Осор яҡшы яңылыҡтар, мө­хәббәт, ҡәнәғәтлек кил­терер. Яңы кейем һатып алыу ҙа яҡшыға булар. Матди хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Кесе йомала түгелгән һыуҙы, ватылған быяланы кирегә юрағыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Төп эшегеҙгә күберәк иғтибар биреү яҡшыға булыр. Эшләгән урынығыҙҙа етди үҙгәрештәр индереү өсөн дә уңайлы мәл, тик ярты юлда туҡтамағыҙ. Аҙна яңы танышлыҡтар урынлаштырыуға ла булышлыҡ итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға