«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Балалар баҡсалары төҙөлә



19.02.2011 Балалар баҡсалары төҙөлә

Быйыл Өфөлә 11 балалар баҡсаһы асыласаҡ
Үткән йылда Өфөлә 654428 квадрат метр торлаҡ төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылған. Торлаҡтың 295904 квадрат метры күп ҡатлы йорттарға тура килә. 358224 квадрат метр индивидуаль торлаҡ төҙөлгән. Был 2009 йылғы күрһәткестәр­ҙән юғарырыҡ. Шунлыҡтан, Өфөлә торлаҡ йылдан-йыл күберәк төҙөлә, тип әйтергә нигеҙ бар.
Авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәр өсөн дә бәхет йылмайҙы – былтыр 442 кеше яҡшы йорттарға күскән. Авария хәлендәге 22 йортта йәшәүселәрҙе сифатлы, яңы торлаҡ менән тәьмин иткәндәр. Ә быйыл 1000-дән ашыу кешене авария хәлендәге йорттарҙан сығарырға ниәтләй­ҙәр. Емерек йорттарҙа йәшәүселәрҙе һәйбәт торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн махсус программа эшләп килә. Ул дәүләт корпорацияһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был йүнәлеш артабан да дауам итәсәк, һәм ауыр хәлдә ҡалған кешеләр ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ.
Был мәғлүмәттәрҙе журналистарға Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владислав Никитин матбуғат конференцияһында еткер­ҙе.
Әлбиттә, баш ҡалалағы төҙөлөш тураһында һөйләгәндә, мәктәпкә тиклемге мәғариф учреждениелары мәсьәләһен билдәләп үтмәй булмай. Балалар баҡсаларында бәләкәстәр өсөн урындарҙың етмәүе – социаль мәсьәлә, һәм ул тиҙ арала хәл итеүҙе талап итә.
2010 йылда Өфөнөң Иртыш урамында 150 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы асылды. «ҡариҙел» һәм «Дим – 8» биҫтәләрендәге балалар баҡсалары төҙөлөп бөтөп килә. Билдәле булыуынса, бынан бер нисә йыл элек мәктәпкә тиклемге мәғариф учреждениеларын йыш ҡына башҡа маҡсатта файҙаланырға биргәндәр. Әле шул биналар­ҙы ҡабаттан алып, реконструкциялап, балаларға ҡайтарыу эше әүҙем дауам итә. Владислав Никитин әйтеүенсә, 2011 йылда балалар баҡсалары тағы ла күберәк төҙөләсәк һәм реконструкцияланасаҡ. Дөйөм алғанда, Өфөлә балалар өсөн бөтәһе 2695 яңы урын булдырыласаҡ, ремонтланасаҡ.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға