«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » БАҘАРМЫ, СУПЕРМАРКЕТМЫ?



05.02.2011 БАҘАРМЫ, СУПЕРМАРКЕТМЫ?

Баҙар хаҡтарының аҡылға һыймаҫлыҡ сәбәптәр арҡаһында артыуына күнегә лә төштөк шикелле.
БАҘАРМЫ, СУПЕРМАРКЕТМЫ?Тик һөйөнөслө яңылыҡ та бар – бөгөн Өфөлә ит йәрминкәләре башлана. Билдәле булыуынса, республика ауылдарынан ит килтереп һатыу­сыларҙы туплаусы бындай йәрминкәләр Яңы йыл байрамына тиклем генә ойошторола ине. Йәрминкәләр баш ҡаланың Калинин, Киров, Дим һәм Октябрь райондарындағы иң ҙур майҙандарҙа үтә. Унда иттең килограмы нисә һумға һатылғанын киләһе һанда уҡырһығыҙ, ә бөгөнгө таблицала хаҡтар бер килограмм аҙыҡҡа ҡарата, 4 февраль көнөндә алынған мәғлүмәттәрҙән сығып бирелгән. Бер ни тиклем арауыҡта аҙыҡ-түлек хаҡтарын күҙәткәндән һуң шуны билдәләргә була – бер баҙарҙың хаҡтары икенсеһенән әллә ни айырылмай, ә бына ҡайһы бер супермаркеттарҙа хаҡтар түбәнерәк тә. Етмәһә, уларҙа йыш ҡына төрлө акциялар ҙа ойошторола. Тик шулай ҙа баҙарҙа ассортимент ҙурыраҡ һәм тауарҙың сифатлыһын һайлап алырға мөмкинлек күберәк.
Хаҡтар – һумда

«Тәбиғәт байлыҡтары» сауҙа-сервис комплексы

Помидор 140 –145
ҡыяр 180 – 190
«Семеренко» алмаһы 70 – 75
Картуф 45 – 50
Кәбеҫтә 40
Кишер 40 – 42
Бер шешә «Шишмә»
үҫемлек майы 69 – 70
250 грамлыҡ «Махеев»
майонезы 18
Бер литр һөт 23 – 34
Баҡалыла етештерелгән
«Голландский» сыры 249 – 255
Дүртөйлөлә
етештерелгән аҡ май 130 – 132
Бәләбәйҙә
етештерелгән 72,5
процентлы аҡ май 165 – 170
Тары ярмаһы 31 – 41
Шәкәр 48 – 49
ҡарабойҙай 89 – 99
Дөгө ярмаһы 36 – 41
Туңдырылған
скумбрия балығы 135
Минтай балығы 77– 80
Макарон изделиелары 26 – 48
Тауыҡ түшкәһе 79 – 99
Һыйыр ите 230 – 270
10 дана йомортҡа 27 – 36

«Байрам» супермаркеттар селтәре

ҡыҙыл сөгөлдөр 34,90
Кишер 29,90
Һуған 38,90
Кәбеҫтә 37,90
Картуф 35,50
10 дана
йомортҡа 25,30 – 33,90
Помидор 108,90
Банан 45,90
Бер литр һөт 24 – 37
Тауыҡ түшкәһе 89,90 – 112
Терпуг балығы 87,30
Скумбрия балығы 85,90 – 111,90
Минтай балығы 47
Дөгө ярмаһы 33 – 84
Шәкәр 42,90

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға