«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ай башы - февраль



01.02.2011 Ай башы - февраль

Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
Ай башы - февраль8 – Рәсәй фәне көнө.
10 – Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө.
14 – Бөтә донъя ғашиҡтар көнө.
15 – Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө.
21 – Халыҡ-ара туған тел көнө.
23 – Ватанды һаҡлаусылар көнө.
25 – БР Дәүләт флагы көнө.


Юбилейҙар
2 – Башҡортостандың танылған мәғариф эшмәкәре, педагог Ғабдулла МИРСӘЙЕТОВТЫң тыуыуына – 120 йыл (1891 – 1969).
7 – филология фәндәре докторы, Башҡор­тостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәнүзә Нәҙершинаға – 75 йәш (1936).
8 – балет артисы, педагог, балет белгесе, РСФСР- ҙың атҡаҙанған артисы, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты Майя Таһированың тыуыуына – 80 йыл (1931 – 2003).
9 – техник фәндәр докторы, профессор, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы Ғәбделхаҡ ХАЛИҡОВТЫң тыуыуына – 80 йыл (1931 – 2007).
13 – БР-ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты, педагогия фәндәре докторы Рафаил АҘНАҒОЛОВҡА – 70 йәш (1941).
14 – ғалим-этнограф, тарих фәндәре кандидаты Наил Бикбулатовтың тыуыуына – 80 йыл (1931 – 1996).
15 – танылған ғалим, химия фәндәре докторы, Нью-Йорк фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, СССР-ҙың уйлап табыусыһы Нәжип ВӘЛИТОВТЫң тыуыуына – 75 йыл (1936 – 2008).
18 – йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә НОҒОМАНОВАҒА – 75 йәш (1936).
21 – Г. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара почетлы дипломға лайыҡ булған Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты, шағир Сафуан ӘЛИБАЙҒА – 70 йәш (1941).
25 – Башҡортостан радиоһының юғары категориялы элекке дикторы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Лира Фәйзуллинаға – 75 йәш.
28 – шағирә, журналист Гөлшат Әхмәт­ҡужинаға – 60 йәш (1951).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға