«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йондоҙнамә 11-17 ғинуар



08.01.2011 Йондоҙнамә 11-17 ғинуар

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был осор бик файҙалы үтер. Бигерәк тә етди ҡағыҙҙар менән бәйле эштәрҙә уңыр­һығыҙ. Йондоҙҙар һеҙгә яҡшы кәйеф, кешеләр менән аңлашыу­санлыҡ вәғәҙә итә. Иң өмөтлө көнөгөҙ – шәмбе.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һеҙҙе көсөргәнешле көндәр көтә. ҡайһы ваҡыт үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ кәмеүе лә ихтимал. Шулай ҙа борсолмағыҙ, был хәл оҙаҡҡа бармаҫ һымаҡ. Яҡындарығыҙҙың береһе менән арағыҙ боҙолор, моғайын.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Йондоҙҙар ижади кешеләргә булышлыҡ итер. Ләкин бер юлы көндәлек эштәрҙә буталсыҡ күҙәтелер. Күп нәмә кәйефегеҙ менән бәйле булыр. Йыш ҡына һорауҙарға тура һәм асыҡ яуаптар алыуы ауырлашыр.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна иҫтә ҡалырлыҡ төрлө ыңғай ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Шаршамбыла аҡса менән бәйле ниндәйҙер етди мәсьәләне хәл итерһегеҙ. Шәмбелә күптән борсоған һорауға яуап алыр­һығыҙ һымаҡ.
Буға (21.04 – 21.05)
Күп эшегеҙ был арала бер аҙға туҡталып торор кеүек. Йондоҙҙар ял итәсәк, шуға күрә һеҙгә лә ашыҡмаҫҡа, әүҙемлекте ваҡытлыса кәметергә кәңәш ителә. Осор барышында аралашыуҙар ҙа күҙгә күренерлек файҙа килтермәҫ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Дөйөм хәлегеҙ бигүк тотороҡло булырға оҡшамай. ҡапма-ҡаршылыҡтар күбәйер. Аҙна барышында дәғүәләшеү осраҡтары ҡәҙимгенән күпкә йышайыр. Был арала үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһалау мөһим.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)
ҡайһы ваҡыт һис тә уйламаған әйберҙәрҙең килеп сығыуы ихтимал. Бындай көтөлмәгән хәлдәр дүшәмбе-шишәмбелә йышыраҡ осрар. Быны күп осраҡта иғтибарһыҙлығығыҙ менән аңлатырға була. Кесе йоманан һуң барыһы ла үҙ урынына ултырыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Элегерәк белмәгән нәмә­ләр­ҙе аңлай башларһығыҙ һымаҡ. Был бигерәк тә шишәмбелә һәм йомала асыҡ күренер. Үкенескә күрә, асыҡ мөнәсәбәттәр күрһәтеү ҡыйыныраҡ булыр. Йыш ҡына алдашырға, юхаланырға тура килер, бәлки.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала үткән юлығыҙҙы байҡап, бер аҙ уйланып, фекер йөрөтөп алыу мотлаҡ. Мәл хаталарҙы төҙәтеү, элекке бурыстарҙы ҡайтарыу өсөн бик уңайлы. Оҡшамаған эш менән булышырға ҡәтғи тыйыла. Был бигерәк тә йомаға ҡағыла.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна башы бик ҡыҙыу булырға оҡшай. Ашығыс көндәр, эс бошорғос хәлдәр, төрлө дәғүәле ваҡи­ғалар­ҙың күбәйеп китеүе ихтимал. Шаршамбынан һуң бөтәһе лә тынысланыр. Йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Был арала йыш ҡына үткән ваҡиғалар иғтибарығыҙҙы биләр. Элек тамамланмаған эштәрҙе тулыһынса башҡарыр өсөн мөмкинлектәр булыр. Осорҙоң икенсе яртыһында күптән күрмәгән яҡшы танышығыҙҙы осратыр­һығыҙ һымаҡ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна аралашыуға бай булмаҡсы. Күптәнге дуҫтарығыҙ йыш ҡына үҙҙәре хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Бәғзеләренән ярҙам күреүегеҙ ҙә ихтимал. Төрлө сәбәптәр арҡаһында шишәмбелә алдан төҙөгән көн тәртибенең боҙолоуы бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға