«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Интернет йәшлекте оҙайта



25.12.2010 Интернет йәшлекте оҙайта

Һуңғы ваҡытта ғалимдар, интернет сәләмәтлеккә зыян килтерә, тип саң ҡаға. Тик һуңғы тикшеренеүҙәр бының киреһен күрһәтә – Калифорния университеты ғалимдары бик ҡыҙыҡ эксперимент үткәргән: 55 – 78 йәштәге кешеләргә үҙҙәренең теләге менән бер ай буйы интернетта эшләргә тәҡдим иткәндәр. Ошо ваҡыт эсендә медиктар уларҙы үҙ контролендә тотҡан һәм һәр береһенең электр энцефалограммаһы күрһәткестәрен тикшергән. Иҫең китер: ололарҙың мейе эшмәкәрлеге китап ҡына төп мәғлүмәт сығанағы булып торған шул уҡ йәштәге кешеләрҙекенә ҡарағанда юғарыраҡ булған. Бынан тыш, ғалимдар интернет селтәрендә эшләгәндә организмда йәшкә бәйле барлыҡҡа килеүсе үҙгәрештәр кәмеүен билдәләгән.
– Интернетта ултырғанда кешенең баш мейеһе бер юлы бер нисә эш башҡарыу­ға көйләнә, – тип аңлата тикшеренеү авторҙарының береһе. – Атап әйткәндә, баш мейеһенең телмәр, уҡыу, хәтер һәм күреү өсөн яуап биргән бүлектәре әүҙемләшә. Мейе эшмәкәрлегенең әүҙемлеге селтәрҙе япҡас та дауам итә.
Белгестәр өлкәндәргә хәтерҙе яҡшыртыу һәм ҡартлыҡты кисектереү өсөн көн һайын һис юғында берәр сәғәт интернетта ултырырға ҡуша. Кем белә, бәлки, интернет «йәшлек эликсиры» ролен үтәйҙер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға