«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Халыҡ аҡсаһы халыҡҡа ҡайтарылырға тейеш!



25.12.2010 Халыҡ аҡсаһы халыҡҡа ҡайтарылырға тейеш!

Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда республиканың нефть комплексын һатыу­ҙан алынған аҡса тирәләй хәбәрҙәр ҡуйыра. Бында билдәле һәм билдәһеҙ йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә, ҡайһы бер сайттар ҙа бәхәс, шикләнеүҙәр тыуҙырып маташа.
Белеүегеҙсә, аҡса тупланмаһы әле «Урал» фондында һаҡлана. Был средстволарҙың суммаһы – 66 миллиард һум. Шул тиклем ҙур сумманы нисек, ҡасан, ниндәй шарттарҙа һәм кем тотонорға тейеш? Һәр кемдә бындай һорау­ҙың тыуыуы урынлы. Ябай халыҡ, әлбиттә, был сумманы бүлеүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай. Ә дөрөҫөн әйткәндә, бүлеү механизмы үтә күренмәле булыр­ға тейеш.
Ошо көндәрҙә матбуғат саралары «Урал» фондында тентеүҙәр үтеүе тураһында ла хәбәр итте. Көс структуралары фонд тотонған аҡсаның хәйриәгә генә юлланғанына шикләнде, тип уйлар­ға мөмкин. Тағы бер һорау тыуа: фондтың ойоштороусылары тураһында беҙ беләбеҙме? «Урал»дың етәкселәренең береһе Сергей Лаврентьев матбуғат конференцияһы үткәреп, фондтың эшмәкәрлеге йәмәғәтселек өсөн асыҡ булыуын белдерҙе. Ойошто­роусылар тураһында ла «нефть эшкәртеү заводтарында эшләүсе ябай кешеләр» тигәйне, уларҙың кем икәнен асыҡлау шиктәрҙе лә юҡҡа сығарыр ине, ти белгестәр.
«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, биш район – Әлшәй, Бишбүләк, Бүздәк, Благовар, Тәтешле райондары хакимиәте башлыҡтары БР Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә, Башҡортостандың яғыулыҡ-энергетика комплексын һатыуҙан алынған аҡсаны республика ихтыяждарына йүнәлтеүҙе һорап, хат менән мөрәжәғәт иткән.
БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ростислав Мырҙағолов «халыҡ аҡсаһы» тирәләй барған бәхәс ҡатыш хәл-торошто былай тип аңлата:
– Рәсәй Федерацияһы етәкселеге тарафынан Башҡортостандың башҡарма власына, республика буйынса федераль көс структураларына республикала ҙур аҡса ярҙамында ижтимағи-сәйәси хәлгә йоғонто яһаусы альтернатив үҙәк булдырыуға юл ҡуймаҫҡа ҡушылды. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының, төрлө фондтар тарафынан изге ниәттә башҡарылмаған ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыусы кешеләр һәм ойошмалар финанс­лана, тип уйларға нигеҙе бар. Әлбиттә, беҙ элекке Президент Мортаза Рәхимовты ауыр енәйәттәрҙә ғәйепләй алмайбыҙ, әммә бөтә тулылығында дәүләт власына эйә булмай тороп, ҙур ресурстарға контроллек итә алыуына гарантия ҡайҙа? Мортаза Ғөбәйҙулла улының бер нисә тапҡыр ҡабатлауынса, ТЭК-ты һатыуҙан килгән аҡса йәмәғәтселектеке, тимәк, халыҡтыҡы. Мортаза Рәхимовтың үҙенә йөкмәтелгән бурысты тулыһынса үтәренә, фонд советы абруйлы кешеләрҙән төҙөлөүенә, халыҡ байлығын һатыуҙан алын­ған аҡса компетентлы органдар күҙәтеүе аҫтында тик халыҡ ихтыяжына йүнәлтелеренә шигебеҙ юҡ.
Тағы бер мәғлүмәт: «Урал» фондындағы аҡсаның бер өлөшө «Салауат Юлаев» хоккей клубы президенты Урал Рәхимовҡа эш хаҡы түләүгә тотонолған. Һандар менән иҫәпләгәндә, бер йыл арауығында айлыҡ хеҙмәт хаҡы уртаса 45 миллион һум тәшкил иткән.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға