«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Аҡыллы баштар» ситкә оса



14.12.2010 «Аҡыллы баштар» ситкә оса

Рәсәйҙең талантлы йәш ғалимдары, ғилми белгестәре һәм уйлап табыусылары күпләп сит илгә китеү яғын ҡарай
«Аҡыллы баштар» ситкә осаҮҫеше буйынса милли ассоциация мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2009 йылда, мәҫәлән, АҡШ-ҡа – 56 мең, Израилгә – 13 мең тирәһе, Австралияға – 12 мең, Германияға – 9 мең, Канадаға 8 мең кеше киткән. Ә 1992 йылдан алып Рәсәйҙән 3 миллиондан ашыуыраҡ белгес үҙ иленән ситкә ағылған.
Аналитиктар был хәлде әйҙәүсе көнбайыш илдәренең һәм көньяҡ-көнсығыш дәүләттәренең үҙҙәренең фәнни һәм юғары технологиялы секторҙарына башҡа илдәрҙең талантлы һәм перспективалы ғалимдарын йәлеп итеү буйынса агрессив сәйәсәт алып барыуы менән аңлата. Бигерәк тә уларҙа математика (22 процент), физика (16), химия (11), мәғлүмәт технологиялары һәм биотехнологиялар (25 һәм 12) өлкәһе белгестәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уята икән. Өҫтәүенә, 30 йәшкә тиклемге ғалимдарҙы ғына үҙ яғына ауҙарырға тырышалар. Сөнки йәш быуын революцион идеяларҙы һәм технологияларҙы бойомға ашырырға һәләтле.
Ә беҙҙекеләрҙе нимә ҡыҙыҡтыра һуң сит илдә? Әлбиттә, иң тәүҙә – лайыҡлы эш хаҡы. Тағы ла – социаль тәьминәт. Һәм сит ил гражданлығын алыу мөмкинлеге. Һөҙөмтәлә бөгөн беҙҙең 90 меңдән ашыу йәш белгес – АҡШ-та, 40 меңе – Германияла, 20 меңе – Бөйөк Британияла, 4 меңләбе – Японияла, 25 меңләбе ҡытайҙа даими нигеҙҙә эшләй.
НАИРИТ фаразлауынса, Рәсәйҙең ғилми ойошмалары 2018 йылға белгестәрҙең креатив ҡатламынан яҙасаҡ, ә уларһыҙ инновацион технологиялар тыуҙырыу процесы туҡтап ҡаласаҡ. Артабанғы хәл-торош тураһында һөйләп тороуҙың кәрәге лә юҡтыр. Шуға күрә НАИРИТ ғилми кадрҙарҙы һаҡлау буйынса саралар сифатында Милли фәнни таланттар фондын булдырырға тәҡдим итә: Рәсәйҙең һәләтле йәш ғалимдары реестрына халыҡ-ара ғилми кимәлдә үҙҙәрен танытҡан йәш кандидаттар индерелергә, улар айырым статусҡа һәм привилегияларға эйә булырға тейеш.
Әйткәндәй, Башҡортостан буйынса ла ошондайыраҡ мәғлүмәттәр табып булмаҫмы икән тип, төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволарға сығып ҡараныҡ, тик аныҡ ҡына яуап ала алманыҡ. Ә бит республикала бөтә Рәсәй кимәлендә, тимәк, донъя кимәлендә лә эшләрлек белгестәр сығарыусы, йәш ғалимдар үҫтереүсе вуздарыбыҙ, ғилми-тикшеренеү институттарыбыҙ байтаҡ ҡына. Әммә вуз тамамлап, төрлө яҡтарға таралған йәш аҡыл эйәләренең артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусылар юҡмы ни? Үҙ илен көслө, ҡеүәтле итеп күрергә теләгән дәүләт юғары белемле, һәләтле, талантлы белгестәрен әләф-тәләф итергә тейеш түгел дә бит. Әле Башҡортостан Президенты инновацион һәм нанотехнологияларҙы үҫтереү һәм был йәһәттән инвестициялар йәлеп итеү буйынса эшен әүҙем генә башлап ебәрҙе. Әйтәйек, 25 – 26 ноябрҙә республикала инновацион технологиялар буйынса төбәк-ара конференция ла үтте һәм унда нәҡ ошолар тураһында һүҙ барҙы. Бәлки, боҙ ҡуҙғалыр.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға