«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Халыҡ һүҙе – хәҡиҡәттең үҙе



04.12.2010 Халыҡ һүҙе – хәҡиҡәттең үҙе

ҡәҙерле дуҫтар!

Халыҡ һүҙе – хәҡиҡәттең үҙе, тигән мәҡәлде иҫтә тотоп, беҙ, «Йәшлек»тәр, баҫмабыҙҙың йөкмәткеһен тағы ла байытыу, уҡымышлылығын арттырыу маҡсатында һеҙгә бер нисә һорауҙан торған анкета тәҡдим итәбеҙ. Уларға ентекле яуаптар ебәреп, һеҙ үҙегеҙҙең рухи ихтыяждарығыҙҙы тулыһынса ҡәнәғәтләндереү мөмкинлеге аласаҡһығыҙ.
1. Гәзиттәге ниндәй рубрикалар, махсус сығарылыштар, темаларҙы яратаһығыҙ?
2. Ә ниндәй рубрикалар, махсус сығарылыштар, темалар иҫкерҙе? (Һанап китегеҙ).
3. Ниндәй материалдарҙы бигерәк тә мөһим тип һанайһығыҙ?
а) республикала, Рәсәйҙә, донъяла булған көнүҙәк ваҡиғалар, саралар;
б) сәйәси тормош тураһында мәҡәләләр;
в) иҡтисади хәлгә ҡағылышлы мәҡәләләр;
г) сәнғәткә, әҙәбиәткә йә тарихҡа арнал­ған мәҡәләләр;
д) енәйәтселек, әҙәби әҫәрҙәр, ҡыҙыҡлы йә ҡыҙғаныс хәлдәр тураһында мәҡәләләр;
е)

4. Гәзиттә бигерәк тә ниндәй темаға ҡағылышлы материалдарҙы күргегеҙ килә?
а) төрлө сәйәси-иҡтисади анализ;
б) эш хаҡы, пенсия, пособие түләү, льготалар, инвалидлыҡ һ. б. социаль мәсьәләләр;
в) ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ;
г) мәғариф, абитуриент, әҙәби әҫәрҙәр, мәҙәниәт (артистар, спектаклдәр, концерттар);
д) хоҡуҡи темаға материалдар;
е) спорт, сканворд, кроссворд һ. б.
ж) ғаилә, ҡатын-ҡыҙ, ир-ат, ата-әсә, бала мөнәсәбәттәре, һаулыҡ һаҡлау, тәрбиә темаһы;
з) тарих;
и)

5. Һеҙҙеңсә, тағы ла ниндәй яңы рубрикалар, махсус сығарылыштар, темалар кәрәк? (Тәҡдимдәрегеҙҙе һанап китегеҙ).
6. Республикабыҙҙағы билдәле шәхестәрҙең (дәүләт эшмәкәрҙәре, әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәре, башҡа тармаҡ вәкилдәре) ҡайһылары тураһында уҡығығыҙ килә? (Һанап китегеҙ).
7. «Йәшлек» гәзитендәге материалдар­ҙы ҡайҙа, нисек файҙаланаһығыҙ?
а) эшемдә;
б) дөйөм интеллектуаль үҫеш өсөн уҡыйым;
в) халҡыбыҙ тарихын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен яҡшыраҡ белер өсөн;
г) үҙ тыуған яғым тураһындағы материалдар оҡшай;
д) «Йәшлек»һеҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым;
е)

8. Үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт.
Исем-шәрифегеҙ

Йәшегеҙ
Белемегеҙ (урта, урта махсус, юғары) Һөнәрегеҙ

«Йәшлек»те нисә йыл алдыраһығыҙ? Йәшәгән урынығыҙ?

Яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. «Йәшлек» менән бергә ҡалығыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға