«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » ЕҢЕҮ КӨНӨНДӘ ЕҢЕҮ



14.05.2011 ЕҢЕҮ КӨНӨНДӘ ЕҢЕҮ

ЕҢЕҮ КӨНӨНДӘ ЕҢЕҮ9 майҙа баш ҡаланың Туҡай, Карл Маркс, Зәки Вәлиди, Ғафури, Пушкин һәм Совет урамдары дөйөм бер спорт майҙансығын хәтерләтте. Сөнки был урамдарҙа «старт»ы һәм «финиш»ы «Динамо» стадионына тура килгән еңел атлетика эстафетаһының маршруты үтте. ҡыҙҙырып торған ҡояш аҫтында спорт костюмдарындағы ҡыҙҙар һәм егеттәр мәж килгән спорт сараһы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 66 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо. Эстафета Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм «Молодежная газета» редакцияһының призына үткәрелә. Ул быйыл 63-сө тапҡыр уҙҙы.
Урта белем биреү дәүләт учреждениелары, училище һәм техникумдар, юғары уҡыу йорттары, производство коллективтары, спорт клубтары һәм башҡа ойошмалар ҡатнашҡан еңел атлетика эстафетаһына старт биреү тантанаһына Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, «Молодежная газета»ның баш мөхәррире Ярослава Голобородько килгәйне. Республика башлығы, спортсыларҙы тәбрикләп һәм байрам менән ҡотлап:
– Еңел атлетика эстафетаһының 63-сө тапҡыр үткәрелеүе был сараның матур йолаға әүерелеүен күрһәтеп тора. Ярыш – үҙеңде асыр өсөн бик шәп мөмкинлек. Бөтәгеҙгә лә уңыштар теләйем! – тине.
ЕҢЕҮ КӨНӨНДӘ ЕҢЕҮШулай уҡ Рөстәм Хәмитов ветерандарҙы Еңеү байрамы менән ҡотланы. Йәш спортсыларҙы тәбрикләргә ветерандар үҙҙәре лә килгәйне.
Еңел атлетика эстафетаһы старт алған «Динамо» стадионының 9 Май байрамы айҡанлы ойошторолған төп майҙандарҙың береһе булғанлығын билдәләргә кәрәк. Быны ярышта ҡатнашыусыларҙың күплеге лә, сараның матурлыҡты, тыныслыҡты, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауы ла иҫбат итеп тора. Эстафетала һәр береһе 14 кешенән торған 174 команда ҡатнашты. Дөйөм­ләштереп алғанда, унда ҡатнашыусылар 350 – 800 метр арауыҡҡа йүгерә. Йыл һайын һәр команда 7700 метрҙан ашыу араны йүгереп уҙа.
Әлбиттә, 63-сө тапҡыр үткәрелгән эстафетаның даими лидерҙары һәм рекордсылары билдәләнгән дә инде. Спорт ярыштарында төрлө һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкин булһа ла, йыл һайын иң шәп йүгереүселәр иҫәбенә ингән командалар бар. Мәҫәлән, Белорет металлургия колледжы эстафетала 37 тапҡыр еңеүсе булған. Ошо ваҡытта улар йүгергән арауыҡ Белорет һәм Өфө ҡалалары араһындағы юлдың оҙонлоғонан да артып киткән. Урта белем биреү учреждениелары араһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты спортсылары гел генә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Гимназистарҙы был сараға әҙерләүселәрҙең береһе, физкультура уҡытыусыһы Гөлфиә Зәйнетдинова әйтеүенсә, уҡыусылар эстафетаға килер алдынан уҡ башҡа бик күп ярышта еңеүгә өлгәшкән. Гимназия Еңеү байрамы сараһына хатта ике команда алып килә. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә бағышлан­ған спорт сараһында йыл һайын ғаиләләре менән ҡатнашыусылар ҙа бар.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, бындай сараларҙа бер кем дә рекордтар ҡуйыу, мотлаҡ иң беренсе булып йүгереп килеүҙе төп маҡсат итеп ҡуймай. Иң мөһиме – ҡәҙерле ветерандарға байрам бүләк итеү, йәмғиәттә тыныслыҡҡа, сәләмәт тормошҡа һөйөү уятыу.

Лилиә СИРАЕВА.
Хәниф СӨНӘҒӘТУЛЛИН фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға