«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Башҡортостан бөркөтө



10.05.2011 Башҡортостан бөркөтө

Яҡташыбыҙ Муса Гәрәевҡа 1945 йылдың 2 майында бер юлы ике Алтын йондоҙ миҙалы һәм Ленин ордены тапшырыла. Бүләкләнеү тураһындағы указдар 1945 йылдың 23 февралендә һәм 19 апрелендә сыға.
Бүләктәрҙе өлкән йәштәге летчик, генерал Т. Т. Хрюкин тапшыра. «Онотма, Муса, был көндө, – тип арҡаһынан һөйә егетте, – бер юлы ике награда башҡа бер кемгә лә бирелгәне юҡ. Шуны онотма!».
249 хәрби осош яһап, һуғыштан заданиеларҙы ентекле үтәп килгән Гәрәевты полк­таштары бик ярата һәм командирға: «Мусаны башҡаса осошҡа ебәрмәйек. Һуғышты үҙебеҙ тамамларға һүҙ бирәбеҙ», – ти.
Әммә штаб начальнигы, Муса менән һөйләшкәндә, ашығыс задание килеп төшөүе тураһында әйтә. «Мин барам!» – ти егет. «Һинең самолетыңды башҡа кешегә бирҙек бит!» – тип яуап бирә штаб начальнигы. «Улайһа, полк командирыныҡы урынында түгелме һуң?» – ошондай һүҙҙән һуң Муса Гәрәев төнгә ҡаршы осош­ҡа сыға, немецтарҙың тар утрауҙа тупланған көстәрен бомба ташлап көлгә осора. ҡайтышлай пулеметтан ут сәсә. Ләкин дошман да яуапһыҙ ҡалмай. Туҡтауһыҙ ут өйөрмәһе беҙҙекеләрҙе оҙата килә. Самолет көс-хәлгә, «өҫтөрәлеп» тигәндәй ҡайтып төшә. Полк командиры үҙенең өр-яңы самолетының тишкеләнеп, йәрәхәтләнеп бөткәнлеген күреп, башын һелкә лә, заданиены уңышлы үтәгәне өсөн Муса Гәрәевҡа рәхмәт белдерә.
Башҡортостан бөркөтө, легендар осоусы Муса Гәрәевтың 250-се осошо шулай тамамлана. Һәм уны, ысынлап та, башҡаса заданиеға ебәрмәйҙәр.
Фәрит ВАХИТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға