«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Донъя яңылыҡтары



10.05.2011 Донъя яңылыҡтары

66-сы Еңеү парады
Мәскәүҙә ҡыҙыл майҙанда 66-сы Еңеү парады үтте. Унда 20 мең хәрби һәм 100-ҙән ашыу хәрби техника берәмеге ҡатнашты. Илебеҙ халҡын Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотларға РФ Президенты Дмитрий Медведев та килгәйне.
ҡыҙыл майҙан өҫтөнән Рәсәйҙең ҡораллы Көстәре флагтарын таҡҡан вертолеттар үтеүе байрамға йәм өҫтәне. Кискеһен 30 залптан торған салют булды. Баш ҡалала Еңеү хөрмәтенә салюттар 13 урында ойошторолдо.

Вәкәләттәре киңәйә

РФ Президенты Дмитрий Медведев Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советы тураһындағы яңы положениены раҫланы. Документ Хәүефһеҙлек советы секретарының вәкәләттәрен киңәйтә: хәҙер ул Рәсәй армияһы эшмәкәрлеген дә контролдә тота ала. Элек Патрушевҡа Хәүефһеҙлек советы ҡабул иткән ҡарарҙы үтәүҙе тикшерергә генә тура килә ине. Ошоғаса был ведомство милли хәүефһеҙлекте тәьмин итеү стратегияһын эшләү менән генә шөғөлләнһә, киләсәктә уны бойомға ашырыуҙы контролдә тотасаҡ.

Бензин икмәк кеүек

Бер аҙна эсендә Рәсәйҙә бензин­ға хаҡ 3 процентҡа күтәрелгән. Илдең 73 төбәгендә бензин дефициты күҙәтелә. Яғыулыҡ ҡытлығына бәйле, ил хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин яғыулыҡ-энергетика комплексын күҙәткән вице-премьер Игорь Сечинға, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә нефть продукттарының эске баҙарындағы хәлгә даими мониторинг үткәрергә ҡушҡан.
РФ Генераль прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре, нефть продукттары етештереүселәр хаҡтарҙы күтәреү буйынса үҙ-ара килешеп эшләй, тип белдерә. Эксперттар, бензинға хаҡ тағы ла артасаҡ, тип билдәләй.

Ливия лидеры бирешмәй

Ливия лидеры Муаммар Каддафи ҡоралын һалырға уйламай. Әммә Франция, АҡШ һәм НАТО вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр алып барырға әҙер. Альянста, ул халҡын ҡурҡытыу­ҙан туҡтаһа, Ливияны утҡа тотоуҙы туҡтатасаҡбыҙ, тип белдергәндәр.
«Мин Ливия халҡы өсөн – изге кеше. Уларҙың символы, атаһы», – тип, үҙ илен ҡалдырып китмәйәсәге хаҡында белдергән Каддафи.

Тәбиғәт ҡазалары аямай
Филиппиндың төньяҡ-көнсығыш райондарына тропик ғәрәсәт ябырылған. ҡойма ямғырҙар һәм көслө ел арҡаһында ун меңләгән кеше зыян күргән. Һыу баҫыу арҡаһында АҡШ-тың Геннесси штаты халҡы ла йортһоҙ ҡалған. Миссисипи йылғаһы ярҙарынан сығып, тораҡ пункттарҙы һыу баҫҡан.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға