«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Исемдәребеҙҙе күреп ҡыуандыҡ



30.04.2011 Исемдәребеҙҙе күреп ҡыуандыҡ

“Тыл батырҙары” китабының ун алтынсы томында 1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда фиҙакәрлек күрһәткән ауыл эшсәндәренең исемлектәре бирелгән. Шул иҫәптән Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылынан да Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эшләгән байтаҡ хеҙмәт кешеһенең тулы исем-фамилияһы индерелгән. Бөгөн дә ҙур булмаған ауылда әҙме-күпме элекке тыл эшсәндәре йәшәй.
Өмөтләнеүемсә, тәрән йөкмәткеле ҡалын китаптың ҡайһылыр битендә минең дә исем-фамилиям баҫылған булып сыҡты. Быныһы тәүгеһе булһа, икенсе ҡыуанысым шунан ғибәрәт: әйткәндәй, шул уҡ көндө миңә адресланған ҙур ғына бандероль килеп төштө. Ейәнсура район гәзите редакцияһы әүҙем яҙышҡаным өсөн Маҡтау ҡағыҙы ебәргән.
Булып үткән хәл-ваҡиғалар тамам уйға һалып, хәтирәләрҙе яңыртты. 1942 йылдың йәй айҙары… ҡартбаш тауы итәгендә икенсе әсәйем менән Ғилмикамал апай ферма һыйырҙарын көтә. Миңә – ун ике йәш, ферма быҙау­ҙарын көтөргә ҡушҡайнылар. 1943 – 1945 йылдарҙа беҙгә, үҫмерҙәргә, колхозда ҡулдан килерлек эштәрҙе күп башҡарырға тура килде.
Ауылыбыҙҙың һуғыш йылдарында маҡтауға лайыҡ хеҙмәт батырҙары бихисап булды. Бына уларҙың тулы булмаған исемлеге: М. Мусина, З. Са­финаларҙың тракторсы, комбайнсы булып эшләүе мәғлүм. Тылда фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтеүселәр араһында Н. Сафин, З. Мәхмүтов, М. Йәрмөхәмәтов, Ф. Ғәлин, М. Аманбаева, С. Шәрипова, Г. Харисова, Б. Ғәлина, Ғ. Мәхмүтова, Х. Далхина һәм башҡалар бар. Бөгөн уларҙың күптәренә – 80 – 90 йәш.
Китапта күптән инде вафат булған тыл батырҙарының да тотош исемлеге теркәлгән. Асыҡлап әйткәндә, И. Си­бәғәтуллин, М. Сибәғәтуллина (механизаторҙар), Шәмсиҡәмәр Исхаҡова (бригадир), Ғилминиса ҡансурина, Асия Айытбаева, Ғәфифә Байгилдина, Нурия Байгилдина (ашнаҡсы), Нотфрахман Иҫәнилдин, Разия Йыһаншиналарҙың (механизаторҙар) исемдәре онотол­ғоһоҙ. Был тыл эшсәндәре – ауылдың ғорурлығы, уларҙың исемдәре ауылдаштар, тотош ил хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.
Беҙгә, оло йәштәге хеҙмәт ветерандарына, бер ауыҙ йылы һүҙ ҙә етә. Тылдағыларҙың исемдәрен мәңгеләштергән китапты сығарыуҙа, исемлекте төҙөүҙә ярҙам күрһәткән Сиҙәм ауыл советына, китаптың редколлегия ағзаларына хеҙмәт ветерандары исеменән сикһеҙ ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Зәкирйән ИТБАЕВ,
хеҙмәт һәм тыл ветераны.
Хәйбулла районы,
Иҫәнгилде ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға