«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр » Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!



10.05.2016 Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!
Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!Әлеге көндә Башҡор­тостанда 127 400 һалдат хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә

Бөйөк Ватан һуғышында атаһын, олатаһын, ир туғандарын юғалтмаған ғаиләләрҙе осратыуы һирәк. Һуғыш ғәрәсәте тотош быуындар иңенә оло һынау булып ятҡан,үкенесле етемлек мөһөрө һуҡҡан. Атайҙары яу ҡырында ятып ҡалған күпме баланың ауыр бала сағы өсөн йәне әрней, яуға оҙатып та улдарын иҫән килеш көтөп ала алмаған, ҡайтырҙарын йылдар буйына көткән әсәләр, тол ҡатындарҙың ҡайғылары йөрәктәренә таш булып ятҡан хәҙер. “Хәбәрһеҙ юғалған” тигән әҙәм балаһының һөйәктәрен төйәк иткән ер билдәһеҙ ҙә булмаҫҡа тейеш кеүек. Ғәзиз кешеләренең һуғышта ҡайһы урында һәләк булыуын, ерләнеүен йылдар буйына эҙләгән кешеләр бар.
Илебеҙҙәге эҙәрмәндәр отрядтары Бөйөк Ватан һуғышында хәбәр­һеҙ юғалғандарҙың яҙмышын асыҡлау буйынса архивтарҙа эҙләнеп, ҡаҙыныу эштәре алып барып, ҙур эш башҡара. Башҡортостандың тиҫтә йыллыҡ тарихы булған эҙәрмәндәр отрядтары төбәк йәмәғәт фонды ла 64 мәртәбә экспедицияға сығып, меңләгән һалдат һәм офицерҙың исемен асыҡлаған, шул иҫәптән 120 яҡташыбыҙҙың мәйете ҡалдыҡтарын тапҡан. Бөгөн ул ниндәй эштәр башҡара? Респуб­ликабыҙ эҙәрмәндәренең киләсәккә уй-ниәттәре менән уртаҡлашыуын һорап, фонд етәксеһе, БР Йәмәғәт палатаһы етәксеһе Илдар Бикбаев менән Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волковҡа мөрәжәғәт иттек.

– Илдар Зиннур улы, һеҙ “ОБД – Мемориал” сайтына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Илдә тәүгеләрҙән булып “Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү” моделен төҙөгәнһегеҙ. Был эшкә тотонорға нимә мәжбүр итте?

– Мин оҙаҡ йылдар архивтарҙа 1942 йыл­да Ленинград фронтында хәбәрһеҙ юғал­ған олатайым, ҡыҙылармеец, разведчик Әхмәт­сафа Бикбаевты эҙләнем. Хәрби частар­ҙың исемлектәрен ентекле өйрәнергә тура килде. Оҙайлы эҙләнеүҙәр­ҙән, күп архив мәғлүмәтен өйрәнгәндән һуң, олатайҙың иҫән ҡалған полкташтарының туғандарының хәтирәләре буйынса уның ҡайҙа һәләк булған урынын асыҡларға яҙҙы. Мин генә түгел, минең кеүек күптәр атайҙарының, олатайҙарының, ағайҙарының һуғышта ҡайҙа һәләк булыуын, ерләнгән урынын белмәй. Ошо эҙләнеү ваҡытында күңелдә, баш­ҡалар­ға ярҙам булһын өсөн һуғышта хәбәр­һеҙ юғалғандарҙы эҙләү алгоритмын да төҙөргә кәрәк, тигән уй тыуҙы. 2000 йылда һуғыштағы юғалтыуҙарҙың берҙәм базаһын булдырыуҙы һорап, үҙемдең тәҡдимдәрем менән Бөйөк Ватан һуғышының хәрби-мемориаль үҙәгенә мөрәжәғәт иттем. Улар минең “Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы фәнни-техник эҙләү” проектымды хупланы. Ошо Рәсәйҙә тиңе булмаған проект нигеҙендә генә беҙ Бө­йөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғал­ған 5 мең кешенең яҙмышын асыҡланыҡ.

– Башҡортостандың эҙәрмәндәр отрядтары төбәк йәмәғәт фонды – Рәсәйҙә эҙәрмәндәр хәрәкәте лидерҙарының береһе булараҡ иҫәпләнә. Һеҙҙең ойошма Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы асыҡлау буйынса ғәйәт ҙур эш башҡара. Бөгөн ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәйһегеҙ? Ниндәй проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эшләйһегеҙ?
– Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Хәрби архив мәғлүмәттәре тупланған “ОБД – Мемориал” сайттары менән “Подвиг народа”, әсирлектә һәләк булғандар тураһындағы исемлек яҙылған “Саксонские захоронения” сайты эшләй. Хәрбиҙәр ерләнгән ҡәберлектәр паспорттарының исемлеге теркәлгән РФ Ҡораллы Көстәренең Хәрби-мемориаль үҙәгендә мәғлүмәт табырға мөмкин. Әгәр ҙә беҙ Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалыусыны эҙләйбеҙ икән, архивтарға хат яҙмайынса ғына ошонда һаҡланған барлыҡ документты ҡарап сыға алабыҙ. Хәҙер беҙ Башҡортостан эҙәрмәндәре йыйған мәғлүмәттәр индерелгән үҙебеҙҙең сайтты булдырырға, уны материалдар менән байытырға ниәтләйбеҙ. Ул “ОБД-Мемориал – Башҡортостан” тип аталасаҡ.
14 йыл эсендә фонд эҙәрмәндәре РФ Оборона министрлығының Үҙәк хәрби тарих архивында, Санкт-Петербургтағы медицина архивында эҙләнеүҙәр үткәреп, төрлө өлкәгә экспедицияларға сығып, ҡаҙыныу эштәре ваҡытында байтаҡ яугирҙың исемен, ерләнгән урынын асыҡланы. Башҡортостандың эҙәрмәндәр отряды БР Дәүләт Йы­йылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, йәштәр комитеты, Йәштәр палатаһы менән берлектә “Хәтер һәм ғорурлыҡ – быуындар йөрәгендә” хәтер федераль акцияһын үткәреү тәҡдиме менән сыҡҡайны. Ул федераль кимәлдә лә яҡлау тапты. Был проектта “Еңеү исемдәре” тигән бүлек бар. Унда хәҙер беҙ мәктәп уҡыусыларын да йәлеп иттек. Улар ҙа үҙҙәре йәшәгән ауыл советында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һәләк булған яугирҙар тураһында бай мәғлүмәттәр йыйҙы. Улар soyuzpoisk.ru (Волга буйы федераль округының эҙәрмәндәр хәрәкәте союзы) cайтына индерелде. Ошо материалдарҙы бергә туплап, хәҙер 5 меңләп фамилия ингән Хәтер китабының 23-cө томын нәшер итергә әҙерләнәбеҙ. Үҙебеҙ асыҡлаған мәғлүмәттәрҙе, йәғни 50 мең документты, “ОБД – Ме­мориал” сайтына ла ебәрҙек.
Тағы бер ҙур проектыбыҙ бар. Маҡсатыбыҙ – Башҡортостандағы бөтә архивтағы, ғаилә архивындағы Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы документтарҙың күсермәләрен эш­ләү. Әлеге көндә Хәтер китабы мәғлүмәттәре буйынса Башҡор­тос­танда 127 400 һалдат хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә. Әгәр ҙә беҙ архивтарҙағы, музейҙарҙағы, кешеләрҙең шәхси архивтарындағы мәғлүмәттәрҙе бер урынға туп­лаһаҡ, хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙең 30 процентының яҙмышын асыҡларға булыр ине. БР Үҙәк тарих архивында, БР Йәмәғәт берекмәләре архивында, райондар­ҙың һәм хәрби комиссариаттарҙың архивтарында, музей­ҙарҙа һуғыш осоронан ҡалған беҙгә билдәле булмаған күп һанлы документ һаҡлана. Өфөнөң Ибра­һимов бульварындағы 23-сө йортта беҙҙең бүлмәбеҙ бар. Унда грант аҡсаһына ҙур махсус сканер алғанбыҙ. Һәр кем хәбәрһеҙ юғалған яҡындарына ҡағылышлы документтары, фотолары, хаттары булһа, бында килтерә ала. Хәбәрһеҙ юғалған күп яугирҙың исеме Хәтер китабына ла индерелмәгән бит. Маҡсатыбыҙ – ошо архив мәғлүмәттәрен бер системаға һалып, уларҙың яҙмышын асыҡлау. Сөнки, сер түгел, район хәрби комиссариаттарында яугир бер документта хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индерелгән, икенсе документта уның нисек вафат булыуы тураһында табиптан ебәрелгән документ, ерләнгән урыны яҙылған. Бутал­сыҡтар күп. Был проектыбыҙ республика хөкүмәте кимәлендә яҡлау тапты. Ки­ләсәктә ошо документтарҙың электрон базаһын һәр кем ҡарай аласаҡ. Минең фекеремсә, Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандарҙың кәмендә 30 процентын ошо мәғлүмәттәр буйынса асыҡлап булыр ине. Документтар базаһының төбәк банкын булдырыу тәжрибәһен башҡа өлкәләргә лә таратырға уйлайбыҙ.

– Экспедиция урындары нисек билдәләнә?
Владимир ВОЛКОВ:
Иң тәүҙә Башҡортос­тандан күпләп хәрбиҙәр һәләк булған урындар тураһында мәғлүмәттәр йыябыҙ. Төрлө карталарҙы, хәрби энциклопедияларҙы өйрәнәбеҙ. Яу үткән урындарҙы, юғалтыуҙар журналын ентекле тикшерәбеҙ. Һалдаттар күпләп ерләнгән, яҡташтарыбыҙ күпләп булған урындарҙы ла иҫәпкә алырға тура килә.

– Быйыл ҡайһы өлкәләргә экспедициялар­ға йыйынаһығыҙ?
В. В.
Апрелдә туғыҙ экспедиция Ҡырымға, Новгород, Псков, Тверь, Ленинград өлкәләренә юлланды. Майҙа Волгоградҡа, июлдә Карелия, Смоленск, Тверь өлкәләренә, Краснодар крайына барырға ниәтләйбеҙ. Ҡаҙыныу, архивтарҙа эҙләнеү эштәренә 200-ҙән ашыу эҙәрмән йәлеп ителәсәк.

– Һуғыш үткән урындарҙа беҙҙең һалдат­тар­ҙың ғына түгел, фа­шистар­ҙың да шәхси әйберҙәре, медальондары табылалыр бит.
В.В.
Совет һалдаттарыныҡына ҡарағанда немец жетондары һәйбәт һаҡланған. Ке­шенең шәхесен асыҡлаған был тамға бөтөн икән, тимәк, был хәрби хәбәрһеҙ юғал­ғандар исемлегендә. Беҙ уларҙы Германия вәкиллегенә тапшырабыҙ.

– “Ҡара эҙләнеүселәр”, йәғни рөхсәт алмайынса килеп ҡаҙыныусылар эшегеҙҙе ҡатмарлаштырамы?
В. В.
“Ҡара эҙләнеүселәр”ҙең төп маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышынан ҡалған ҡомартҡыларҙы эҙләп табып, ҡиммәт хаҡҡа һатып ебәреү. Улар өсөн тарих бар ни ҙә, юҡ ни. Үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, һуғыш яландарында был эшкә тотоноусыларҙы аңламайым. Былай ҙа эҙәрмәнлек менән шөғөлләнеүселәр араһында бәхетһеҙ осраҡтар булып тора. Ысын эҙәрмәндәр өсөн һәр әйбер, һәр ҡағыҙ – тарих өсөн оло табыш, ҡәҙерле ҡомартҡы, сер булған мәғлүмәтте асыу өсөн асҡыс.

– Бик һирәк осрай торған әйбер­ҙәр – көндәлектәр, хаттар тапҡанығыҙ булдымы?
– Ундай уникаль экспонаттарға юлыҡҡаныбыҙ булманы. Улар күптән ерҙә сереп юҡҡа сыҡҡан инде. Гәзит, китап киҫәктәре килеп сыға ине.

– 1941 йылда һуғышҡа алынып, ошо уҡ йылда һәләк булғандарҙың эҙенә төшөү, һәләк булған урынын табыу мөмкин түгел. Юғалтыуҙар буйынса һуғыш башланғас та ентекле иҫәп алып барылмауы тураһында һөйләйме был?
Илдар БИКБАЕВ:

– Һуғыштың тәүге йылдарында юғалтыуҙар күп була. Хәрби иҫәп алып барылыуын-барыла, әммә был система яйға һалынмай. Фронт һыҙығында сигенеүҙәр йыш булғас, мөһим хәрби документтар дошман ҡулына эләкмәһен өсөн архив ергә күмелә. Шулай күп мәғлүмәт юҡҡа сыҡҡан да инде.

– Эҙләнеүҙәр ваҡытында һалдаттың мәйете ҡалдыҡтарын табып, шәхесен, тыуған ерен асыҡланығыҙ, ти. 70 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Туғандарын, яҡындарын табыу еңел түгелдер бит.
В. В.
Райондан булһа, туғандарын нисектер табып була. Әгәр ҙә Өфө ҡалаһының хәрби комиссариатынан саҡырылған икән, эҙҙәренә төшөүе ауыр. Ул кеше йә икенсе өлкәнеке, райондыҡы булып сыға. Йәшәгән өйө һүтелгән, адрестар алмашынған була. Күптән түгел беҙҙең эҙәрмәндәр фондына “Хәрби археология” журналынан Краснокама районынан һуғышҡа алынған В. Е. Сено­косов тигән һалдаттың туғандарын табып биреүҙе һоранылар. Эҙәрмәндәр 2014 йылда ҡаҙыныу эштәре ваҡытында Германияның Лебус Клессин районында яҙыулы портсигар тапҡан икән. Әйбер табылған урында уның хужаһының мәйете ҡалдыҡтары табылмаған. Асыҡ­лауыбыҙса, 1913 йылғы Тихон Про­хорович Сенокосов портсигар табылған районда, Германияла һәләк булған. Туғандарын табыуы еңел булманы. Һалдаттың улы иҫән булып сыҡты. Атаһының ҡәҙерле ҡомартҡыһын тиҙҙән уѓа тапшырасаҡбыҙ. Архив мәғлүмәттәрендә фамилиялар, исемдәр үҙгәртелеп яҙылған. Беҙ Умеров Михаил тигән бер красноармеецтың шәхесен асыҡлағайныҡ. Туғандарын эҙләйбеҙ, таба алмай­быҙ. Ҡатынын Кәтифә тип яҙған. Тормош иптәшенең эҙе буйынса беҙ был һалдаттың Маннан Ғүмәров булыуын белдек.

– Иң иҫтә ҡалған экспедицияғыҙ булдымы?
И. Б. Һәр бер экспедиция үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы.1997 йылда беҙгә һаҙлыҡта самолет табылыуын әйттеләр. Ер-һыуҙы яҡшы белгән бер урмансы менән ул ерҙе барып ҡараныҡ. Техниканы күрҙек. Икенсе юлы барабыҙ тиһәк, ни ғиллә менәндер шул урынды таба алманыҡ. Ул ваҡытта спутник навигаторҙары юҡ ине әле. Хатта самолеттың экипаж ағзаларының кем булыуын да асыҡлағайныҡ бит әле. Нимәһе ҡыҙыҡ – эҙәрмәндәр һаман да шул урынды таба алмай.
Экспедицияла ҡыҙғаныс мәлдәр ҙә була. Бер ваҡыт балаларҙың 14 пар аяҡ кейемен таптыҡ. Ололарҙың һөйләүенсә, фашистар балаларҙы ошо урында атып киткән булған. Килер быуындар Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең әһәмиәтен, һабаҡтарын, һуғыштың оло фажиғә икәнен аңлаһын ине.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.

Һүрәттәрҙә:
1) Башҡортостандың эҙәрмәндәр отрядтары төбәк йәмәғәт фонды һәм БР Йәмәғәт палатаһы етәксеһе Илдар Бикбаев.
2) Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға