«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Юбилей миҙалдары тапшырыласаҡ



23.01.2015 Юбилей миҙалдары тапшырыласаҡ

Юбилей миҙалдары тапшырыласаҡӨфөлә 15 меңгә яҡын ветеранға Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары тапшырыласаҡ. Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, миҙал тапшырыласаҡ кешеләр категорияһы Рәсәй Президенты ҡарары менән билдәләнгән. Хәрби хеҙмәткәр­ҙәрҙән тыш, награда үҙе теләп ялланыусылар­ға, партизандарға һәм йәшерен ойошма ағзаларына биреләсәк. Был категорияға шулай уҡ «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнеүселәр, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙакәр хеҙмәте өсөн СССР ордендары менән бүләкләнеүсе тыл хеҙмәтсәндәре, элекке концлагерҙар­ҙың бәлиғ булмаған тотҡондары ла ҡарай.
Бөгөн Башҡортостанда 82 меңгә яҡын ветеран һәм уларға тиңләштерелгән кеше йәшәй, уларҙың алты меңгә яҡыны – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 23 меңдән ашыуы – һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары, 51 мең тыл хеҙмәтсәне һәм 205 концлагерь тотҡоно.
З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға