«Йәшлек» гәзите » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Яҙмышында – ил яҙмышы



12.12.2014 Яҙмышында – ил яҙмышы

Яҙмышында – ил яҙмышыЯҙмышында – ил яҙмышыБеҙ, Сибай институты студенттары, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнәбеҙ. Дәрестәрҙең береһендә үҙебеҙҙең шәжәрәбеҙҙе, нәҫелебеҙҙән сыҡҡан билдәле шәхестәрҙе барланыҡ. Ил яҙмышының ата-бабалар яҙмышында нисек сағылыш табыуын күҙәттек. Уҡытыусыбыҙ Г. Сәмер­ханова тәҡдиме буйынса ҡарт­әсәйем тураһындағы материалды һеҙҙең редакцияға ебәрәм.
Минең ҡартәсәйем Гөлйөҙөм Яңыбай ҡыҙы Билалова 1928 йылда Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында тыуған. Әсәһе балаҫ һуғыу оҫтаһы булған, беҙ уның матур балаҫтарын әле лә һаҡлап тотонабыҙ. Атаһы Яңыбай оҙон көйҙәр башҡарған, оҫта йырсы булараҡ танылған. Ҡартәсәйем атаһына оҡшап моңло тауышлы булһа, ә ҡул оҫталығына әсәһенән һәм ҡәйнәһенән өйрәнгән.
Ҡартәсәйем 4-се класта уҡығанда, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Һуғыштың тәүге көндәренән үк атаһы фронтҡа алына. Ул ауырыу әсәһе һәм үҙенән бәләкәй биш heңлehe менән ғаиләлә атай урынында ҡала. 1941 йылдың декабрендә уҡыуын ташлап, бәрәс бағырға бара. Ун дүрт йәше лә тулмаған ҡыҙҙың хеҙмәт юлы шулай башлана. Уҡыу эләкмәһә лә, ҡартәсәйем «ҡара иҫәп»кә шәп була, шуғa күрә уны ырҙын мөдире, һуңынан келәт мөдире кеүек яуаплы эштәргә тәғәйенләйҙәр. Ҡартәсәйем һуғыш осоронда күргәндәрен һөйләһә, күҙҙәре йәшкәҙәп ҡуя торғайны. Ҡаты ауырыуҙан йәш ярымлыҡ һеңлеһе мәрхүмә булып ҡалғас, санала һөйрәп, үҙе зыяратҡа ерләргә алып бара. Ауылдағы ир-ат һуғышта, егет-елкенсәк эштә, шуға күрә ун биш йәшлек үҫмер ҡыҙыҡай үҙе ҡәбер ҡаҙа, 80 йәшлек Сибәғәт ҡартатаһы доға уҡып, һеңлеһен ерләй.
1944 йылда ырҙын мөдире булып яҡшы эшләгәне өсөн уға премияға 25 кг бойҙай биргәндәр. Уны Һамар ауылынан барып алырға кәрәк икән. Иптәшкә өйҙәш Гөлзифа инәйҙе алып, март айында йәйәүләп сана һөйрәп юлға сығалар. Инәй арып, Бүребай ауылында ял итергә ҡала, ә ҡартәсәйем, Һамар ауылына барып, келәт мөдирен саҡ таба, бойҙайҙы үлсәп алып, тоҡ менән арҡаһына йөкмәп, ҡайтырға сыға. Бүребайға килеп еткәндә, көн кисләһә лә, алған бойҙайҙы hөйрәп ҡайтыу яғына ыңғайлайҙар. Ай яҡтыһында таңға ҡарай ғына ауылға ҡайтып инәләр. Ҡартәсәйем йоҡонан тороуына өйгә тәмле бойҙай өйрәһе еҫе таралған була, шунда рәхәтләнеп бер туйғансы ашап алалар... Ул өйрәнең тәмен мин бер ҡасан да онотмайым, ти торғайны ул.
Ашарға табыу өсөн башаҡҡа йөрөүҙәр. Көҙгө бысраҡта, һы­уыҡ­та, ҡышҡы селләлә ырҙын эҙләп әллә нисә саҡрым ара үтеп, бер бөртөк тә башаҡ таба алмай йәки ҡарауылсыларынан ҡурҡып, йыйған башаҡты ташлап, буш ҡайтыуҙар. Ҡышҡы селләлә иhә Кананикольск урманында ағас ҡырҡыуҙар. Шунан ауылға тиклем йәйәүләп өс көн буйы ҡайтыуҙар... Шул ваҡиғалар төштә күренеп ыҙалата торғайны, ти ҡартәсәйем.
Унан: «Был ауырлыҡтарға нисек түҙҙегеҙ?» – тип һорайым. «Белмәйем, йәшәргә ынтылыу, ашарға табыу теләге, бәләкәй һеңлеләрҙе, әсәйҙе ҡарау бурысы көс биргәндер инде. Йән биргәнгә йүн биргән, тиҙәр бит, тырышҡан кешегә Хоҙай үҙе лә ярҙам иткәндер», – тине.
Ҡартәсәйемдең «Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙакәр хеҙмәте», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары бар. Былар минең ат шикелле ярһып эшләгән йәш сағымдың иҫтәлеге, тип иҫкә ала ине ул. Яҡташ шағирыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаев «Көмөш миҙалдар» шиғырында тап ҡартәсәйем тураһында яҙған һымаҡ:
Бүләк, миҙал өсөн эшләмәнең,
Бар бәхетең менән риза булдың.
Йөрәгеңде хәсрәт ялмаһа ла,
Илең өсөн көсөң фиҙа ҡылдың.
Эйе, ҡартәсәйем иле өсөн йәнен-тәнен йәлләмәгән, көс түккән. Тыуған илемде фашист итеге тапағанда, ул тылда ең һыҙғанып эшләгән. Тиҙҙән Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләйбеҙ. Был Еңеүҙә минең ғаиләмдең дә өлөшө бар. Уны ла ҡәһәрле һуғыш еле урап үтмәгән. Ҡот осҡос яуҙың шаңдауы туғандарымдың да тормошонда тәрән эҙ ҡалдырған.

Рушана БИЛАЛОВА,
БДУ-ның Сибай институты
студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға