«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «ТОРМОШТОҢ ЙӘМЕН  КҮРЕП  ЙӘШӘЙЕК!»



19.09.2014 «ТОРМОШТОҢ ЙӘМЕН  КҮРЕП  ЙӘШӘЙЕК!»

«ТОРМОШТОҢ ЙӘМЕН  КҮРЕП  ЙӘШӘЙЕК!»Мин Күгәрсен районының Бикес ауылы ҡыҙы Ғәлиә Зәйнулла ҡыҙы Әбйәлилова булам. 1993 йылдың 8 авгусында Арыҫлан йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен. Әлеге ваҡытта БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының педагогика һәм психология факультетында белем алам. Бер юлы вожатый, бухгалтер, массажсы һөнәрҙәрен дә үҙләштер­ҙем.
Тормош маҡсатым – алға ҡуйған маҡсаттарға, теләктәргә ирешеү, тормоштоң йәмен күреп, Хоҙай тарафынан бирелгән ваҡытты лайыҡлы үткәреү. Намыҫлы булыу, йәшәүгә дәрт, уй-хыялдарҙы тормошҡа ашыра белеү, ғәҙеллек – кеше күңеленең иң төп сифаттары тип уйлайым.

Һылыуҡайҙар! Бөтә республикаға һәм сит өлкәләргә үҙегеҙҙе танытҡығыҙ килһә, “Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсына рәхим итегеҙ. Төр­көмдөң “Бәйләнештә”ге адресы – https://vk.com/ye02guzel
Фотоларҙы, үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәтте шулай уҡ Айбулат Ишназаровҡа (https://vk.com/id47026933) ебәрә алаһығыҙ. Сәхифәләрегеҙ асыҡ, шәхси хәбәр (“личка”) яҙырға мөмкин булырға тейеш.


Дуҫтар, яңылыҡтарығыҙ һәм фекерҙәрегеҙ менән www.ye02.ru сайтында йәки vk.com социаль селтәрендәге “Йәшлек” гәзите төркөмөндә (http://vk.com/blog.ye02) уртаҡлаша алаһығыҙ.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға