«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » “Йәшлек дәрте йөрәгемдә”



05.09.2014 “Йәшлек дәрте йөрәгемдә”

“Йәшлек дәрте  йөрәгемдә”“Йәшлек дәрте  йөрәгемдә”Айгөл Ҡәйепҡолова Ейәнсура районының Юлдаш ауылынан. Ейәнсура башҡорт гимназияһын тамамлап, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетының технология бүлегендә белем ала. Уҡыу йортоноң бейеү ансамблендә һәм театр түңәрәгендә шөғөлләнә. Еңел атлетика буйынса республика чемпионы. Немец һәм инглиз телдәрен үҙләштерә. Яҡшы уҡыуы, фәнни эштәре һәм университет сараларында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы студенттары исемлегенә индерелгән. Киләсәктә сит ил тәжрибәһен файҙаланып, ауыл хужалығы буйынса үҙ эшен асыу тураһында хыяллана.
“Йәшлектең ҡәҙерен белеп, күңел дәртен һүрелдермәһәң бар ергә өлгөрөргә була”, – ти Айгөл.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға