«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Башҡорт егете – «Ҡупшы ир-егет»



27.09.2013 Башҡорт егете – «Ҡупшы ир-егет»

Башҡорт егете – «Ҡупшы ир-егет»Хәйбулла районында тыуып үҫкән Нәфис Сәйетов халыҡ-ара йәштәр конкурсында сығыш яһап, «Ҡупшы ир-егет» («Мистер Элегантность») титулын яуланы.
Ульяновскиҙа уҙған «Мистер Этно – 2013» сараһында яҡташыбыҙ республика намыҫын лайыҡлы яҡланы. Нәфис Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының актер­ҙар әҙерләү бүлеген тамамлаған. Конкурста 18 – 25 йәшлек егеттәр ҡатнашып, һәр береһе үҙ халҡының йолаларын, аш-һыуын бе­леүен, ижади һәләтен күрһәткән.
Яҡташыбыҙ, Рәсәй төбәктәренән башҡа, Фәләстан, Һиндостан, Молдавия, Белоруссия, Ҡа­ҙағстан егеттәре менән бер рәттән һынау үткән. «Мистер Этно – 2013» исеменә Яҡут (Саха) Республикаһы вәкиле Петр Слепцов лайыҡ булған.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға