«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » ҙур «Бишле» һиңә, «байыҡ»!



26.07.2013 ҙур «Бишле» һиңә, «байыҡ»!

ҙур «Бишле» һиңә, «байыҡ»!Һәр йылдағыса, Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығына йыйылыусылар, республикабыҙҙа ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә киң танылыу алған «Байыҡ» балалар конкурсында финал­ға үтеүселәрҙе алҡышлап, Баш­ҡортостаныбыҙҙың иң сағыу бейеүселәре сығыштарын тамаша ҡылды. Быйыл конкурс, күп тә түгел, аҙ ҙа түгел, үҙенең теүәл 5 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Конкурсанттарҙан тыш, Ҡырғыҙстан, Татарстан, Төньяҡ Осетия һәм Ҡабарҙы-Балҡар, Сы­уашстан Республикаларынан, Әстер­хан өлкәһенән килгән таланттар Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта оло тамаша ҡуйҙы. Сит төбәктәрҙән килгән бейеүселәрҙең айырым концертын барыһы ла көтөп ала, шығырым тулы залда энә төртөрлөк тә урын булмай, был инде «Байыҡ»тың матур йолаһына әйләнгән.
Гала-концерт көнө күтәренке кәйеф тантана иткән яланда төрлө ойошма-предприятиелар үҙ тирмәләрен ҡорғайны, улар конкурсанттарға кейем алмаштырыу, ҡапҡылап алыу, ял итеү өсөн уңайлы булды. Сараны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова асып ебәрҙе. Ул БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе. «Республика «Байыҡ» балалар башҡорт халыҡ бейеүе конкурсын ойоштороу­сылар­ҙы, ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтар­ҙы ихлас күңелдән тәбрикләйем, − тиелә ҡотлауҙа. – Төбәктең мәҙәни проекттары араһында был конкурс – иң сағыу һәм әһәмиәтле сараларҙың береһе. Бейеү аша балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең күңеленә ҡанат ҡуйыу, башҡорт халыҡ сәнғәтен халыҡҡа еткереү кеүек оло эштәр башҡарыла, бейеү сәнғәтенә тоғролоҡ һаҡлаған сит ил ҡунаҡтарының ҡатнашыуы байрамдың мәртәбәһен арттыра, даирәһен киңәйтә. Быйыл «Байыҡ» биш йыллыҡ юбилейын билдәләй, барыһына ла һаулыҡ, именлек, ижади балҡыш һәм яңы еңеүҙәр теләйем. «Байыҡ» сәскә атһын һәм оҙаҡ йәшәһен!»
Барлығы 350 бала − башҡорт бейеүенә дан йырлау байрамына йыйылыусыларҙы абруйлы жюри – Башҡортостан Рес­публикаһының халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов, Р. Нуриев исемендәге хореография училищеһы уҡытыусыһы, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Земфира Абдулхаҡова, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты Рәис Низаметдинов, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Йәмилә Бикбаева, БР-ҙың атҡаҙанған артисы, Сибай дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Фәнил Әсәҙуллин һәм проектты ойоштороусы, конкурстың директоры, БР киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙан­ған хеҙмәткәре Рита Өмөтбаева баһаланы.
ҙур «Бишле» һиңә, «байыҡ»!Һәр хәрәкәттең, һәр тыпырлауҙың, һәр күҙ ҡарашының үҙ мәғәнәһе бар. Иң мөһиме, шул мәғәнәне тамашасының, үткер күҙле жюриҙың күңеленә еткерә белергә кәрәк. Ә был, ай-һай, һис тә еңел түгел. Бөтә оҫталығыңды, тырышлығыңды, хисеңде, көсөңдө һалыуҙы талап итә. Шулай итеп, яңғыҙ бейеүҙәр араһында абсолют еңеүсе исеменә һәм гран-приға Ғафури районынан Искәндәр Әбелғужин лайыҡ булды. Ансамблдәр араһынан Учалы районынан «Ирәмәл» ансамбле һәм Күгәрсен районынан трио – Рәмзил Айытҡолов, Рәмзил Сәфәрғәлин һәм Ибраһим Баймырҙин гран-при яуланы. Етәкселәр – Аида һәм Фәнис Кәримовтар, Рәйлә Хафизова 2013 йылдың иң яҡшы хореографтары булып танылды. Хәйер, үксәләренән осҡон сәсрәтеп бейегән еңеүсе балаларҙың барыһын да, конкурс­тың юбилейы хөрмәтенә, атап үтмәй булмаҫ.
1-се урын: соло (ҡыҙҙар араһында) − Руфина Хафизова (Әбйәлил районы), Гүзәл Уразова (Ейәнсура районы); соло (малайҙар араһында) − Нурислам Юламанов (Хәйбулла районы); бәләкәй ансамбль – «Йәйғор» (Сибай ҡалаһы); ансамбль – «Салауат» (Әбйәлил районы).
2-се урын: соло – Алмас Ғәбитов (Бөрйән районы), Рифат Сәйетғәлин (Әбйәлил районы); дуэт – Айҙар Буранов, Зөлхизә Нурғәлина (Бөрйән районы); бәләкәй ансамбль – «Ынйылар» (Әбйәлил районы); ансамбль – «Хәйбулла» (Хәйбулла райо­ны).
3-сө урын: соло – Ләйсән Саттарова (Өфө ҡалаһы); бәләкәй ансамбль − «Билал» (Баймаҡ районы); ансамбль − «Быҙыбыт» (Ғафури районы), «Йондоҙ» (Ҡырмыҫҡалы районы).
Тағы ла йәш таланттар «Өмөт», «Грация», «Артислыҡ һәләте өсөн», «Йыл асышы», «Тамашасы һөйөүе», «Башҡорт бейеүенә тоғролоҡ» номинацияларында билдәләнде.
Күреүегеҙсә, бейеүгә һәләтле йәш быуынға ифрат байбыҙ. Был бәйге киләсәктә халыҡ араһындағы сағыу бе­йеүселәр­ҙең исемдәрен асыуҙы дауам итер, тағы ла ҙурыраҡ тыуған көндәрен билдәләр, тип ышанайыҡ.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
М. НУРЕТДИНОВА фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға