«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Беҙҙең өйҙөң йәме



05.07.2013 Беҙҙең өйҙөң йәме

Беҙҙең өйҙөң йәмеИлфат БИКМӘТОВ, 3 йәш.
Баймаҡ ҡалаһынан. Ул бик иғтибарлы һәм итәғәтле, зирәк бала. Һәр кем менән матур итеп һаулыҡ һораша, апай-ағайҙарына көн дә шылтыратып, хәлдәрен белешә. Башҡортса, русса, инглизсә унға тиклем һанай белә, компьютерҙа бик оҫта эшләй. Ҡартатай-ҡартәсәйҙәренә ҡунаҡҡа йөрөргә ярата.

Беҙҙең өйҙөң йәмеКәмилә ҠОЛМӘНБӘТОВА, 4 йәш.
Сибай ҡалаһында йәшәй. Ул беренсе ярҙамсыбыҙ! Йыр-бейеүгә бик оҫта, сәскәләргә һыу һибергә ярата. “Маша һәм айыу” йәнһүрәтен яратып ҡарай. Ҙурайғас, әсәйем кеүек үк табип булам, ти. Ҙур шатлығыбыҙ ул Кәмилә!

Беҙҙең өйҙөң йәмеӘҙилә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА, 2 йәш.
Күгәрсен районының Хоҙай­бир­ҙин ауылынан. Әҙиләбеҙ, бәләкәс кенә булыуына ҡарамаҫтан, һәләтле һәм аҡыллы бала. Өйҙәге бар эштәрҙе һә тигәнсе үҙенсә эшләп тә ҡуя. Алтыныбыҙ − өйөбөҙҙөң йәме һәм нуры!

Беҙҙең өйҙөң йәмеАйлина ҒҮМӘРОВА, 3 йәш тә 11 ай.
Ул Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында йәшәй. Ҡыҙы­быҙ бәләкәй генә булһа ла, беҙҙең менән ярты Рәсәйҙе ураны: Өфө, Екатеринбург, Новосибирск, Сахалин, Хаба­ровск, Владивосток, Курил утрауҙарында булды, самолетта ла осто, кәмәлә лә йөҙҙө, поезда ла йөрөнө. Айлинаның һәр бер асышына ҡыуанабыҙ, мөхәббәт емешебеҙҙе ныҡ яратабыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға