«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Мәскәүҙә республика данын салауаттар яҡлаясаҡ



04.06.2013 Мәскәүҙә республика данын салауаттар яҡлаясаҡ

Мәскәүҙә республика данын салауаттар яҡлаясаҡРеспубликала “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” тип аталған конкурс үтте. Сара йәш юл хәрәкәте инспекторҙарының республика конкурс-слеты булып тора. Слетҡа Башҡортостандың бөтә район һәм ҡалаларынан да мәктәп уҡыусылары йыйылып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү кимәле буйынса көс һынашты. Шулай уҡ балалар юлда бәләгә тарыған кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтеү оҫталығы буйынса ла ярышты.
Быйыл балалар һәм үҫмерҙәр Благовещен районында урынлашҡан “Зарница” лагерында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү буйынса көс һынашты. Унда теория буйынса ла, практика буйынса ла белемде күрһәтеү талап ителә ине. Мәҫәлән, велоҡалала велосипедта оҫта йөрөү − малай һәм ҡыҙҙарҙы ылыҡтырған ярыштарҙың береһе. Велоҡалала юл билдәләре күрһәтелеп, юл киҫелештәре кеүек урындар булдырылған һәм уларҙы дөрөҫ итеп йөрөп сығыу ҙур тырышлыҡ талап итә.
Мәскәүҙә республика данын салауаттар яҡлаясаҡБыйылғы “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” слет-конкурсы ла әүҙем, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтте. Саранан бүләкһеҙ ҡайтыусылар булманы – ниндәй ҙә булһа этапта яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән командалар бүләктәр менән билдәләнде. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы кескәй дуҫтарын Өфөнөң Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы залына йыйып тәбрикләне. Шулай ҙа ярышта төп еңеүселәр ҙә була. Конкурс-слетта өсөнсө урынды Илеш районы һәм Нефтекама ҡалаһы командалары алһа, икенселә – Мишкә һәм Учалы райондары вәкилдәре. Ә инде беренсе урын Бишбүләк районынан килгән малай-ҡыҙҙарҙа. Абсолют еңеүселәр – гран-при эйәләре тип Салауат ҡалаһы командаһы иғлан ителде. Тап ул 2 – 9 июндә Мәскәү өлкәһендә Бөтә Рәсәй “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” конкурсында ҡатнаша ла инде.
Конкурс-слет юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүгә иғтибарҙы арттырып ҡына ҡалмай, республика, ил балаларын үҙ-ара таныштыра ла, дуҫлаштыра ла.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға