«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Белемле меңде йығыр»



28.05.2013 «Белемле меңде йығыр»

«Белемле меңде йығыр»Тормошҡа етди ҡарауы, тырышлығы менән күптәр­ҙән айырылып тора ул апайым Гөлшат Вәлиуллина. Бар яҡтан да уңған, һылыу ҡыҙ Белорет районының Мәхмүт ауылында тыуып үҫә. Мәктәптән һуң ул Өфө китапхана эше һәм киң элемтә колледжын тамамлай. Әлеге көндә БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының һуңғы курс студенткаһы. Ул һәр ваҡыт алдына маҡсат ҡуйып, уға ынтылып йәшәй. «Маҡсатың булһа − юлы табылыр», − тип йыш ҡабатларға ярата.
Тормошҡа ғашиҡ, әҙәбиәткә, сәнғәткә мөкиббән, рухлы, тырыш, шаян, һәр нәмәнән матурлыҡ табып һоҡлана белеүсе, китап йәнле кеше ул. «Туғандарыма терәк, илемә кәрәкле кеше булырға теләйем», − ти. Киләсәктә үҙ һөнәренең алдынғы белгесе булыр, яңынан-яңы үрҙәр яулар, тип ышанам. Юҡҡа ғына уның тормош девизы ла «Белемле меңде йығыр» түгелдер бит.

Ләйсән ВӘЛИУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға