«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Был донъяла йылмайып йәшәйек!»



21.05.2013 «Был донъяла йылмайып йәшәйек!»

«Был донъяла йылмайып йәшәйек!»Мин Ғафури районының Сәйетбаба ауылы ҡыҙы Аҡйондоҙ Йәнешева булам.
Тирә-йүндәгеләрҙән: «Ниңә һәр ваҡыт шундай шатһың? Йөҙөңдән йылмайыу китмәй!» − тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәм. Эйе, мин һәр ваҡыт шат! Был донъяла йәшәүемә, балам, тип өҙөлөп тороусы ата-әсәм булғанына шатмын. Янымда ярҙам итер дуҫ-туғандарым булыуына ла һөйөнәмен.
Бәләкәй генә бәхетегеҙҙе лә ҡәҙерләргә өйрәнегеҙ, һәр көндө тормошоғоҙҙоң һуңғы көнөләй йәшнәп йәшәгеҙ.
Күңел йылығыҙҙы йәлләмәй, бер нәмәгә ҡарамай, йылмайығыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға