«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Һәр кем матурлыҡҡа ынтылырға тейеш»



14.05.2013 «Һәр кем матурлыҡҡа ынтылырға тейеш»

«Һәр кем матурлыҡҡа ынтылырға тейеш»Һүрәттәге алсаҡ ҡыҙ Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Зәлиә Иштуған ҡыҙы Моталлапова була. Әлеге көндә Зәлиә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының география факультетының генетика бүлегендә 3-сө курста уҡый. Тырыш, маҡсатлы ҡыҙ бала сағынан йыр-бейеүгә ғашиҡ. Мәктәп йылдарынан уҡ сәхнәләрҙән төшмәй, «Сатҡылар» өлгөлө балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Химия һәм биология фәндәрен яратып өйрәнә.
«Һәр кем матурлыҡҡа ынтылырға тейеш», – ти Зәлиә. Һәр минутының ҡәҙерен белеп, Айгөл Сиражетдинова етәкләгән «Һомай» студияһында шөғөлләнә. Актерлыҡ һәләтен үҫтерер өсөн бар көсөн һала. Вузда үткән сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Киләсәктә уҡыуын яҡшы тамамлап, иленә кәрәкле кеше булырға теләй. Уңыштар һиңә, Зәлиә! Ҡуйған маҡсаттарың, ҡорған хыялдарың тормошҡа ашһын!
Ф. ЮЛАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға