«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Бирнә итеп ҡыҙҙарына Илем һепертке бирҙе»



30.04.2013 «Бирнә итеп ҡыҙҙарына Илем һепертке бирҙе»

Көнләшмәйем

Көнләшмәйем һандуғасҡа,
Тауышы матур, тиеп.
Йырҙар бит моңло тойола,
Башҡарһаң янып-көйөп.

Көнләшмәйем һандуғасҡа,
Имеш,
Гел дә үҙәктә.
Ихлас аңлаусылары юҡ,
Һоҡланғандар күмәк тә.

Көнләшмәйем!
Ә күңелем
Һулҡый уны күргәндә.
Серҙәрем бикле.
Үҙем дә
Шул һандуғас хәлендә.

Ямғыр

Нимә тип тәҙрә алдында
Тыпырлайһыңдыр, ямғыр?
Юҡ, тырышма!
Ҡатҡан күңел
Шул ҡаты килеш ҡалыр.

Ҡиәфәтемә алданма,
Һин белгән ҡыҙ түгелмен.
(Быға нығыраҡ бошона
Ямғыр, әллә үҙемме?)

Иң төпкә бикләнгән хистәр
Баш ҡалҡытмаҡсы йәнә.
Ҡуй, елкетмәсе, ямғырым,
Үткәндәргә әйҙәмә!
Ихласлыҡҡа әйҙәмә!

* * *
Заман баҙарында баҙап
торам:
Кем мин?
Хис-тойғоноң хаҡы икән
Бөгөн
Бер тин.
Ни һатырға, ни алырға?
Яман ҡыҙыҡ!
Юҡты бар тип маҡтай берәү
Ҡыҙып-ҡыҙып.
Һинең ҡанундарың, заман,
Үтә ҡаты.
Идеалист ҡыҙың
Идеалын һатты.
Мин дә хәҙер ябай бер баҙарсы.
Хәтәр!
Үтмәҫ тауар ғына
Әлеге шул хистәр.

Һепертке-бүләк

... Һыбайлы башҡорт
ҡыҙҙары
Һепертке арғымаҡта,
Үҙ булмышынан йәшенеп,
Елә матриархатҡа.

“Стерва, убырлы
ҡарсыҡтар!” –
Тиеп көлөү еңелме?
Ҡыҙҙарыңды, йәмғиәт, һин
Шундай иттең түгелме?

Билдәһеҙлеккә осабыҙ,
Ҡалдырып тыуған ерҙе.
Бирнә итеп ҡыҙҙарына
Илем һепертке бирҙе.

Бүре менән

Яңғыҙаҡ бүре булмышы
Яйлап йәнемә инә.
Сеңләй ине,
Күкрәгемде
Хәҙер ярып үкерә.
Белмәйем шул ҡайһы юлды
Тураһы тип әйтергә.
Аҡылдан яҙырмын төҫлө
Шул бүре менән бергә.

Төнгө уйҙар

Ҡырағай әллә булмышым,
Тартыла ҡырға.
Их, ошо төнгө уйҙарҙы
Тотоп атырға!..

Тынғыһыҙланам яҙҙарҙа,
Торһа ел иҫмәй.
Үткәндеме, көткәндеме
Күңелем көҫәй.

Йән толпары ярһып торғас,
Нисек түҙәһең?
Азатлыҡтың ҡоло булыу
Ҡанда, күрәһең...

* * *
“Ярһыған толпар ята
Йәнеңдә.
Ауыҙлыҡларға кәрәк
Бөгөндән!”

Булдыра алһаң, иптәш,
Ит рәхим!
Тый шуны!
Риза булам
Бик тә мин.

Ни маҙаһыҙлай тиһәм
Электән,
Ат икән! Унда нисек
Эләккән?

Йән урынына – толпар,
Үәт хәйлә!
Ҡотҡар, иптәш, булдырһаң,
Тый әйҙә!

Олеся ӘХМӘТРӘХИМОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға