«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Атып-һалып биләүҙәрен, Көн-балаһын һондо ҡояш»



30.04.2013 «Атып-һалып биләүҙәрен, Көн-балаһын һондо ҡояш»

Кеше көсө

Йыйылыша ҡоштар төркөм-
төркөм,
Китер саҡта йылы яҡтарға.
Кәңәш алыр өсөн килә
йәштәр,
Ил аҡылы йыйған ҡарттарға.
Һарылыша болот өйкөм-
өйкөм,
Тулап ала ямғыр яуғанда.
Күҙ йәштәре аға бөрсөк-
бөрсөк,
Ир-егеттәр ауһа яуҙарҙа.
Нур тарата ҡояш көлтә-көлтә,
Ер шатлығы уның өсөн дә.
Кәртәләрҙең бейек-бейектәре
Бер ни түгел кеше көсөнә!

Бер тыңлағыҙ

Япраҡтарҙың үҙ йырҙары −
Туҡтап ҡына бер тыңлағыҙ.
Отоп алып, ҡош көйҙәрен
Дуҫ-ишегеҙгә йырлағыҙ.
Йылғаларҙың ағыштары
Таныш була ярҙарына.
Бөрөләрҙең ауаздары
Ишетелә яҙҙа ғына.
Әсәйҙәрҙең бишек йыры
Күңелдәрҙә урын ала.
Ер һулышын тыңлап ҡына,
Тыйнаҡ ҡына тамсы тама.

Өләсәйем күлдәге

Өләсәйҙең күлдәктәре
Эленеүле урҙала.
Алып кейер кешеһе юҡ −
Ылыҡтырып торһа ла.
Эленеүле торған күлдәк −
Өләсәйем төҫтәре.
Үҙ сиратын һаман көтә
Кейелмәгән күптәре.
Тик үрелмәҫ өләсәйем
Урҙаларға яңынан.
Һөйә төҫлө өләсәйем,
Күлдәгенә ҡағылһам.

Башҡорт ҡыҙына

Ынйы мәрйендән генә
Башындағы таҡыя.
Һылыулығы һуш юя,
Кемдәрегеҙ хаҡ ҡуя?
Тәңкәләре тәтелдәй,
Сулпылары сутылдай.
Үҙе килә йылмайып,
Һомай ғына ҡошондай.
Сатыр кеүек йәйелә
Балитәкле күлдәге.
Бергә бейергә төшөр
Хатта йондоҙ күктәге.
Итектәре – дағалы,
Беләҙек – ҡулдарында.
Әйтеп бирер һүҙҙәре
Арбаулы йырҙарында.

Түринәй

Йәне бының өсәүҙер, тип
Уйламағыҙ имләргә.
Күренер-күренмәҫ элек
Ишек япма ингәндә.
Йәнем һанын үҙем беләм,
Үҙем беләм хаҡын да!
Күп йәнле мин: етә икән
Әйткән һүҙем халҡыма!
Тәнем ташлап, осһа йәнем
Иң аҡтыҡҡы көнөмдә,
Йырым менән мин булырмын
Һеҙҙең өйҙөң түрендә!

Аттар йөрөй
тибендә
(Мансур ағайға)

Атып-һалып биләүҙәрен,
Көн-балаһын ҡояш һондо.
Утыҡ көнөм әсәһеләй,
Бар ғаләмгә хужа булды.

Тау сабыйы − шишмәләрем
Үҙ алдына йырҙар һуҙҙы.
Өлгөр ҡошсоҡ таң һарыһы
Әҙерләгән яңы моңдо.

Көрт эсендә күмәк аттар
Үҙ көндәрен үҙе күрә.
Йондоҙ теҙеп баҫыуҙарға,
Төнөн дә йөрөй тибендә.

Тоғролоҡ һаҡлай малҡайҙар
Ата-баба кәсебенә.
Тояҡ менән ер соҡойҙар
Тирләп-бешеп ҡыш көнөндә.

Гөрләүекле бураҙна

Ҡарағайҙар һыры − баҫҡыс,
Үткән ғүмер аҙымы.
Ҡыуара барған ботаҡтар −
Йәшәлгән йылдар һаны.
Күбәйһә лә баҫҡыс-ботаҡ,
Ҡеүәтле йәшелдәре.
Ҡояшҡа табан ынтыла
Яңы өлгөргәндәре.
Минең ғүмер – маңлайымда,
Гөрләүекле бураҙна.
Гөрләүек йүгертер ҡояш,
Офоғомдан юғалма!

Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.
Белорет ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға