«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Айгөл ҒӘЛИЕВА: «Теләк булһа, һәр эшкә лә ваҡыт табыла»



16.04.2013 Айгөл ҒӘЛИЕВА: «Теләк булһа, һәр эшкә лә ваҡыт табыла»

Айгөл ҒӘЛИЕВА: «Теләк булһа, һәр эшкә лә ваҡыт табыла»Илкәйемде данлар һылыуҙар,
Йондоҙ булып күктә балҡырҙар...
Бөгөн киләсәккә оло маҡсаттар ҡуйып йәшәүсе йәштәребеҙ аҙ түгел. Йылдан-йыл күптәрҙең ҡараштары яҡшыға үҙгәрә, тимәк, киләсәгебеҙ яҡты һәм өмөтлө буласаҡ. Телһөйәр, «илем» тип йән атҡан йәштәребеҙҙең береһе, Хәйбуллала тыуып үҫкән Айгөл Ғәлиева – күптәргә үрнәк булырлыҡ ҡыҙ. Башҡорт гүзәлдәренә хас бөтә сифаттарҙы ла үҙенә туплаған. Әле ул икенсе юғары белем ала, юрист буласаҡ, ваҡытым тар, тип тормай, республикабыҙҙа уҙғарылған бер саранан да ситтә ҡалмай.
«Дуҫтарым менән театрға йөрөргә яратам, унан шул тиклем рухланып, башҡараһы эштәремә илһам алып ҡайтам», – ти Айгөл. Вокал менән ҡыҙыҡһына, бейеүһеҙ ҙә йәшәй алмайым, тип йылмая ул. «Һәр эшкә күңел һалып башҡарам. Теләк булһа, ваҡыт табыла!» – ти һәр минутының ҡәҙерен белгән ҡыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға