«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Ш. Бабич исемендәге премия талантлы дәғүәселәрҙе көтә



05.04.2013 Ш. Бабич исемендәге премия талантлы дәғүәселәрҙе көтә

Арҙаҡлы шәхесебеҙ Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһын тапшырыу буйынса комиссия әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарай башлай.
Төп шарт – премияға тәҡдим ителгән эштәр бер йыл алда баҫылып сыҡҡан, күрһәтелгән йә төҙөлгән булырға тейеш. Һәр тармаҡта премия суммаһы – 150 000 һум.
17 – 35 йәшлек дәғүәселәрҙән, ижади коллективтарҙан материалдар 1 июлгәсә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450000, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10-сы йорт, 27-се бүлмә, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының иҡтисади программалар һәм йәштәр мәшғүллеге бүлеге. Белешмә өсөн телефон: (347) 251-57-11.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға