«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » “кәкре камера” “һунарға” сыға



08.03.2013 “кәкре камера” “һунарға” сыға

“Кәкре камера − 2” башҡортса көлкөлө видеояҙмалар конкурсы башланыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Дуҫтар, хәҙер күңелле яҙ етте, сам-май шундай ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә була торған миҙгел, әйҙәгеҙ, бергәләп көләйек.
Бының өсөн бер ҙә артыҡ көс талап ителмәй. Бары тик сифатлы итеп берәй ҡыҙыҡлы хәлде йә уйланған сюжетты видеотаҫмаға төшөрәһегеҙ ҙә “Бәйләнештә” (“Вконтакте”) селтәрендәге түбәндәге адресҡа һалаһығыҙ: vk.com/videos-20868600/.
Бынан тыш, II Кәкре камера конкурсы тигән төркөм дә бар, бөтә мәғлүмәтте шунан алырға була.
Иң мөһиме, видеоэштәрегеҙ башҡортса шаяртыуҙар араһында береһенән-береһе ҡыҙығыраҡ (үҙегеҙгә булһа ла) булһын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға