«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Йәшәү маҡсатым –белемгә ынтылыу һәм күңелемде рухи яҡтан туҡтауһыҙ байытыу»



26.02.2013 «Йәшәү маҡсатым –белемгә ынтылыу һәм күңелемде рухи яҡтан туҡтауһыҙ байытыу»

«Йәшәү маҡсатым –белемгә ынтылыу һәм күңелемде рухи яҡтан туҡтауһыҙ байытыу»
Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Алина Иҫәнгилдина булам. Имтихандарымды уңышлы тапшырып, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетына уҡырға индем. Бөгөн ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ғәрәп телен өйрәнәм. Уҡыуҙан тыш ваҡытымды бейеү, төрлө спорт түңәрәктәрендә үткәрәм. Яратҡан яҙыусыларым Зәйнәб Биишева, Әхиәр Хәкимов, Ноғман Мусиндың китаптары өҫтәлемдән төшмәй.
Тормош девизым − белемгә ынтылыу, күңелемде рухи яҡтан тағы ла байытыу!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға