«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Ҙур сәхнәгә бер аҙым



15.02.2013 Ҙур сәхнәгә бер аҙым

йәки «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы өсөнсө асыҡ республика конкурсына талантлы башҡарыусыларҙы саҡыра
Кешегә ғүмер итеү өсөн, һыу-һауа, ут-ерҙән ҡала, иң кәрәкле шартттарҙың бе­реһе – моң. Йыр-моң кешене илһамландыра, күңелгә ҡа­нат ҡуя, дәрт уята. Ул тә­биғәттең иң ғәжәйеп мөғжизәләренең береһе һәм беҙ күҙ алдына ла килтермәгән көскә эйә. Шуға ла йырҙан айырылмаған, күңелендәгеһен йыр аша еткергән за­мандашыбыҙ бихисап. Әммә уларҙың күптәре тормошон ҙур сәхнә менән бәйләргә ашыҡмай, бары үҙе өсөн генә йырлауын дауам итә. Халыҡ таланттарының тауыштары иҫ киткес моңло, башҡарыу оҫталығы ҡайһы саҡ профессионалдарҙан ҡалышмай, тиһәк тә, хата булмаҫ.

Тап ошондай моң эйәләрен танытыу маҡсатында «Баш­ҡор­тостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы өсөнсө йыл рәттән «Юлдаш» йыры» асыҡ республика конкурсы иғлан итә.
Быйыл да «Юлдаш» йыры» бәйгеһе халыҡ һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусылар­ҙы билдәләйәсәк. Маҡсаты – үҙешмәкәр йырсыларҙың баш­ҡарыу кимәлен күтәреү, уларҙың оҫталығын камиллаштырыу, яңы ижади һәләтен асыу, компози­тор­ҙар һәм йыр авторҙарының эшмәкәрлеген пропагандалау, уларҙың ижади мөмкинлектәрен үҫтереү.
Конкурста Башҡортостан Рес­публи­ка­һынан, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренән, сит илдәрҙән башҡорт һәм татар телдәрендә йырлаған 16 йәштән 60 йәшкә тиклемге башҡарыусылар, шулай уҡ ҡатнашыусылар башҡарыуында үҙ яҙмаларын тәҡдим иткән йыр авторҙары ла ҡатнаша ала.
Бәйге өс этапта үтә: тәүге тур 1 февралдән 30 апрелгә тиклем бара, икенсе тур – 1 июлдән 31 авгусҡа, өсөнсө тур сентябрь, октябрь айҙарында үтә.
Унда ҡатнашыу өсөн:
– ирекле яҙылған анкета-ғариза,
– өс әҫәрҙең фонограммаһы (башҡорт халыҡ йыры, патриотик рухлы, үҙегеҙ һайлаған йыр) тәҡдим ителә.
Беренсе турҙа радио тыңлаусылар смс-хәбәрҙәр, шылтыратыуҙар, хаттар менән икенсе турға үтеүсе кандидаттарҙы билдәләй. Икенсе турҙа рәсми жюри ябыҡ ултырышта был турға тәҡдим ителгән яҙмаларҙы тыңлай, ә өсөнсө турҙа һығымталар яһала һәм еңеүселәр ҡатнашлығында гала-концерт тәҡдим ителә. Өсөнсө турҙа еңеүселәр лауреат һәм дипломант исемен ала. Бынан тыш, гала-концерт Башҡор­тостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтелә, уның яҙмаһы диск формаһында донъя күрә.
Ойоштороу комитеты ҡарары менән үҙ яҙмалары булмаған башҡарыусыларға студияла йыр яҙҙырыу мөмкинлеге бирелә.
Профессиональ жюри быйыл­ғы конкурс барышында иң яҡшы композитор эшен һәм иң яҡшы шиғри әҫәрҙе лә билдәләй.
Йыр-моңға ғашиҡтар, һеҙҙе ижад бәйгеһендә көтәбеҙ. Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел!
Белешмәләр алыу өсөн «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналына мөрәжәғәт итергә кәрәк.


С. РАМАЗАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға