«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Башҡорт ҡыҙҙары бәйгегә сыға



01.02.2013 Башҡорт ҡыҙҙары бәйгегә сыға

Башҡорт ҡыҙҙары бәйгегә сыға
Ошо көндәрҙә “Һылыуҡай” республика телевизион конкурсында ҡатнашасаҡ сибәркәйҙәрҙең исеме билдәле булды. Бәйгелә республиканан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә барлығы 60 башҡорт ҡыҙы ҡатнашырға теләк белдергән. Ике турҙан торған һайлап алыу һынауҙарынан һуң 13 һылыуҡай гала-концертта ҡатнашыу хо­ҡуғына эйә булған. 26 мартта үтәсәк төп матурлыҡ конкурсында Ләйсән Әминева, Лилиә Сабитова, Гүзәл ҡарабашева (Өфө ҡалаһы), Динә Әхмәт­сәүиева (Нефтекама), Зилиә Әбелғатина (Миәкә районы), Регина Әһелова, Юлиә Рәхмә­туллина (Әбйәлил районы), Айгөл Вәлиева (Мәсетле районы), Әнүзә Ғиззәтуллина (Бөрйән районы), Гүзәл Һунаршина (Ырымбур өлкәһе), Нурсилә Фәхретдинова (Баймаҡ районы), Эльвира Йә­ләева (Сибай ҡалаһы) һәм Ро­залия ҡыҙрасова (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) «Һылыуҡай − 2013» тажын яулау өсөн төрлө һынауҙар аша үтәсәк.
Конкурсты ойоштороусылар − БР Мәҙәниәт министрлығы, Рес­публика халыҡ ижады үҙәге, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы һәм “А-Медиа” нәшриәт йорто.

Л. ТАШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға