«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Тыуған еребеҙ тәбиғәтен ҡурсалайыҡ



25.01.2013 Тыуған еребеҙ тәбиғәтен ҡурсалайыҡ

Тыуған еребеҙ тәбиғәтен ҡурсалайыҡ
Халҡыбыҙ ғүмер буйы тәбиғәт менән йәндәш булып, тәбиғәткә таянып, яратып йәшәй. Юҡһа борон йылға буйынан китеп барһа – шул йылға хаҡында, һоҡланғыс тау күрһә, шул тау тураһында мәшһүр йырҙар яҙыр инеме ни? Ер йөҙөндә бер нәмә лә мәңгелек булмаған кеүек, тәбиғәтебеҙ ҙә беҙҙең ҡурсалауҙы, яратыу ғына түгел, һаҡлауҙы ла көтә − быны һәр кем аңлай. Иртәгәбеҙҙең яҙмышы – беҙҙең ҡулда, уны ҡурсалауға өлөш индереү − бурысыбыҙ. Шуға ла “Йәшлек” гәзите Башҡортостан Республи­каһының Тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министрлығы менән берлектә “Йәнтөйәк” тип аталған өр-яңы конкурс иғлан итә. Бөтәгеҙҙе лә ошо матур һәм мөһим республика конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Алдан уҡ шуны билдәләмәй булмай – еңеүселәрҙе бик шәп бүләктәр ҙә көтә!
Йылға-күлдәр һәм уларҙың эргә-тирәһен таҙартыу, кәртәләү кеүек эш һәр кемдең ҡулынан килерлек, шулай бит? ҡоштарыбыҙға ҡыш көнө тағараҡтар эшләп элеү, дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы ашатыу, ярҙам итеү ҙә бер ҙә ҡыйын түгел. Ағас ултыртыу өмәләре лә һәр ваҡыт ойошторолоп тора. ҡулла­нылған пластик шешәләр, электр лампочкалары кеүек нәмәләрҙе утилләштереү мәсьәләһе лә бөгөн көнүҙәк. Ошо юҫыҡта алып барылған эштәрегеҙ беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы. ҡыҫҡаһы, тирә-яҡ мөхитте ҡурсалау, таҙартыу өсөн башҡарған эштәрегеҙҙе тәфсирләп ҡағыҙға төшөрөп, фотолар ҙа ҡушып, “Йәшлек”кә ебәрегеҙ. Беҙҙең редакция ла экологик акцияларҙан тороп ҡалырға йыйынмай, йыл дауамында күмәкләп республикабыҙ районына өмәгә сығасаҡбыҙ. Еңеүселәр йыл аҙағында билдәләнәсәк. Тимәк, изге эштәр баш­ҡарыр­ға теүәл бер йыл тиерлек ваҡытыбыҙ бар. Хат ҡына түгел, видеоотчеттар ҙа ебәрергә мөмкин. Уларҙы “Йәш­лек”тең сайтына ҡуясаҡбыҙ. Хәйерле сәғәттә!
Конкурс бөгөн башлана. Әйҙәгеҙ, унда әүҙем ҡатнашайыҡ, дуҫтар! Һеҙҙән хаттар, саҡырыуҙар көтөп ҡалабыҙ.
Беҙ үҙебеҙ ҙә − “Йәшлек”, “Таң” гә­зиттәре, “Шоңҡар” журналы редак­ция­лары һәм Бөрйән районының Кил­деғол ауылы мәктәбе коллективтары Бөрйәнгә барып, ғәжәйеп шәп, үҙенсәлекле ҡырмыҫҡа иләүҙәрен кәртәләп ҡайтҡайныҡ. Бөтәбеҙ өсөн дә күңелдәр­ҙе үҫтерерлек, һиллек һәм матурлыҡ уятыусы бик шәп экскурсия ла булды был сара. Ошондай матур ғәмәлдәрҙе артабан да башҡарырға ниәтебеҙ бар. Гәзите­беҙ­ҙең 11-се битендә әлеге ошо мөғжизәле иләүҙәр хаҡында яҙылған хат баҫыла. Был хатты “Йәнтөйәк” конкурсына үҙенсәлекле старт итеп ҡабул итегеҙ һәм үҙегеҙ ҙә тәбиғәтебеҙ өсөн башҡарған эштәрегеҙ тураһында яҙып ебәрегеҙ, дуҫтар.
Мөхәрририәт.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға