«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Йәшлек» гүзәле – 2010



14.08.2010 «Йәшлек» гүзәле – 2010

«Йәшлек»  гүзәле – 2010
Дәүләкән районының ҡыҙрас ауылынан Рәлиә Сәхибгәрәева бейергә, волейбол уйнарға, сәхнәнән тасуири итеп шиғыр уҡырға ярата. Сәхнәләш­тереүҙәрҙә ҡатнашып, иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн бүләкләнгәне лә бар. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика фа­куль­тетының беренсе курсын тамамлаған ҡыҙҙың алдағы көндәргә пландары бик ҙур.
Ул үҙен киләсәктә билдәле кеше итеп күҙ алдына килтерә. «ҡыйынлыҡ­тарға ҡарамай, тик алға барырға! Нисек кенә ауыр булһа ла, гел йылмайыу бул­һын йөҙөңдә!» – ошондай девиз менән йәшәгән Рәлиә мотлаҡ уңыштарға ирешәсәк, иманым камил.
Миңзәлә АСҡАРОВА.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға