«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Маҡсатым – илемдең сәскә атыуына үҙ өлөшөмдө индереү



18.12.2012 Маҡсатым – илемдең сәскә атыуына үҙ өлөшөмдө индереү

Маҡсатым – илемдең сәскә атыуына үҙ өлөшөмдө индереү
Исемем булыр Ләйсән −
Яҙҙың тәүге ямғыры.
Тирә-яҡҡа сафлыҡ бөркә
Уның һәр бер тамсыһы.
Ятып ҡалғансы – атырға,
Тигән девиз алдымда.
Киләсәккә маҡсат ҡуйып,
Туҡтап тормай атларға.
Өфө ҡыҙы Ләйсән Ғасимова булам. Тәүге йылы ямғыр кешеләрҙе шатландырған һымаҡ, мин дә яҡындарымды, дуҫтарымды һәр саҡ ҡыуандырып торорға тырышам.
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 1-се курсында белем алам. Буш ваҡытымды күңелле лә, файҙалы ла үткәрергә тырышам. Дуҫтар менән киске йүгереүҙәрҙе, тимераяҡта шыуыуҙы үҙ итәм. Илһамланып китһәм, шиғыр­ҙар ҙа яҙам. Киләсәктә бөтә донъя буйлап сәйәхәт ҡылырға хыялланам. Ә инде маҡсатым – илемдең сәскә атыуына үҙ өлөшөмдө индереү.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға