«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Тауарҙың сифатлы булыуы яҡшы



20.11.2012 Тауарҙың сифатлы булыуы яҡшы

Күптәр иғтибар иткәндер: көндәлек ҡулланған тауарҙарҙа, аҙыҡ-түлектең ҡабында “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” программаһының логотибы торһа, күңелгә шундуҡ йылы булып китә. Сөнки был тауар­ҙың сифаты яҡшы икәнен беләбеҙ һәм уны иркенләп ҡулланырға, ашар­ға була. Программа күптән инде үҙенең һүҙен әйткән һәм сифатты гарантиялағандар иҫәбенән.
“Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” программаһына быйыл 15 йыл тула. Ошо уңайҙан Өфөлә 2012 йылда иң һәйбәт тип табылған тауар етештереүселәр­ҙе бүләкләү тантанаһы ойошторолдо. Сара республика журналистары өсөн матбуғат конференцияһы сиктәрендә үтте.
Башҡортостан Республикаһының Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге директоры Амран Моратшин, матбуғат конференцияһын асып, коллегаларын был матур байрам менән тәбрикләне. Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” конкурсы 1998 йылдан ойошторола. Унда еңеүселәрҙе сифатты тикшереүсе төбәк ойошмалары менән халыҡ бергәләп билдәләй. Был конкурсты демократик шарттарҙа ойшторола тип әйтеп булыр ине – унда илебеҙҙең теләгән бер предприятиеһы ҡатнаша ала. Шулай уҡ бәйге объектив та үтә, иң һуңында еңеүселәрҙе уникаль методика менән һайлайҙар.
Әлбиттә, һәр конкурстың шарттары һәм бурыстары бар. Бәйге предприятиеларға дәғүәселекте арттырырға, яңы баҙарҙарҙы яуларға, етештереү масштабын арттырырға этәргес көс бирә. Конкурста ҡатнашыу барышында аҙ ғына продукция етештергән ойошмаларҙың күмәртәләп тауар етештереүгә күсеүе, ил эсендә генә һатылған тауарҙың сит илдәргә сығарыла башлауы кеүек аныҡ өлгөләр бар. Һәм улар аҙ түгел. Был факттар һатып алыусыларҙы программаның логотибына ышаныс менән ҡарарға өйрәтә. Ни тиһәң дә, “Рәсәйҙең иң шәп 100 тауары” билдәһен алыусылар Сифат декларацияһына ҡул ҡуя, тауарҙарының торошона ҙур иғтибар бүлә һәм улар­ҙың сифатын гарантиялай.
Башҡортостан да был программала әүҙем ҡатнаша. Беҙҙең предприятиелар иҫәбендә алтын һәм көмөш дипломдар бар. Быйылғы юбилей йылында республикабыҙҙың 37 продукцияһы һәм хеҙмәте “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” конкурсында лауреат булған. Бүләкләнеүселәр араһында, ҙур предприятиелар ме­нән бер рәттән, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмалары ла бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға