«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Йәшлек» гүзәле» конкурсы Башҡортостаныбыҙҙың иң һылыу ҡыҙҙары менән таныштырыуын дауам итә



20.11.2012 «Йәшлек» гүзәле» конкурсы Башҡортостаныбыҙҙың иң һылыу ҡыҙҙары менән таныштырыуын дауам итә

Хөрмәтле гүзәлкәйҙәребеҙ! Һеҙҙән конвертҡа үҙегеҙ тураһында матур итеп яҙып, юғары сифатлы фото менән бергә «Йәшлек» гәзитенә 2013 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыуығыҙ тураһындағы квитанцияның күсермәһен һалып ебәреү генә талап ителә. Әйткәндәй, «Вконтакте» сайты (http://vkontakte.ru/club24213300) аша ла беҙҙең менән бәйләнешкә сыға алаһығыҙ. Унда беҙҙең үҙ төркөмөбөҙ бар. Һылыуҡайҙар өсөн төркөмдә лә тауыш биреү мөмкинлеге буласаҡ. ҡыҙҙар, ситтә ятып ҡалмағыҙ, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!
Конкурс шарттарына тура килһен өсөн үҙегеҙ тураһында нимә яҙырға һуң? Иң тәүҙә тормош девизығыҙ, маҡсатығыҙ менән таныштырып үтеү кәрәк. ҡайһы яҡта тыуғанһығыҙ, ҡайҙа белем алаһығыҙ, нимә менән шөғөлләнергә яратаһығыҙ, хыялдарығыҙ ниндәй – беҙҙе бөтә нәмә лә ҡыҙыҡһындыра. Тик быларҙы бик ҡабартмай ғына, ыҡсым итеп бирергә тырышығыҙ. Фотоға килгәндә, конкурсҡа тик сифатлылар ғына ҡабул ителә. Юғиһә рәсемдең гәзит биттәрендә баҫылмай ҡалыуы ла бар (сифатһыҙ фото һеҙгә еңеү ҙә алып килмәйәсәк, гәзит уҡыусыларҙы ла ҡыуандырмаясаҡ). Шуға ла был мәсьәләгә яуаплы ҡараһағыҙ ине, сибәркәйҙәр.
Әйткәндәй, быйылғы шарттарға килгәндә, һылыу­ҡайҙар миҙгел һайын түгел, ә йыл аҙағында билдәләнәсәк. Әлбиттә, интернет-тауыш биреү ҙә иҫәпкә алынасаҡ. Һеҙҙең өсөн түбәндәге номинацияларҙы булдырҙыҡ: «Интернет-«Йәшлек» гүзәле», «Иң һөйкөмлө һылыу», «Иң серле һылыу», «Башҡорт һылыу­ҡайы» һәм фотоһы гәзитебеҙҙең 2013 йылдың календарында сығасаҡ гран-при яулаусы «Йәшлек» гүзәле».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға