«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Белемлелеге бүләк оторға ярҙам иткән



12.10.2012 Белемлелеге бүләк оторға ярҙам иткән

Белемлелеге бүләк оторға ярҙам иткән
Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында йәшәүсе 80 йәшлек Рәшиҙә Ғөбәйҙуллина «Йәшлек»те энәһенән-ебенә тиклем уҡып бара
“Йәшлек”-фараз” конкурсында ҡатнашып, электр сепараты отоусы еңеүсебеҙ Рәшиҙә Ғөбәйҙуллина бик шәп күрәҙәсе генә түгел, сканвордтарыбыҙҙы сисергә яратыусы “йомро баш”лы апай ҙа булып сыҡты. Сканвордтарҙы дөрөҫ сисеп, бүләктәрҙе быға тиклем дә ярайһы ғына алған икән. “Апай” тип яҙыуыбыҙ юҡтан түгел – гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы һикһән йәшен тултырған, Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылынан. Пенсияға сыҡҡансы ауыл советында, китапханала эшләгән Рәшиҙә Ғөбәйҙуллина бөгөн дә әүҙем тормош менән йәшәй, республикабыҙҙың башҡорт телендә сыҡҡан бөтә баҫмаларына ла яҙылып, һәр береһен энәһенән ебенә тиклем уҡып бара. Дөрөҫ итеп күрәҙәлек итеү һәләте кешелә юҡтан барлыҡҡа килмәй инде ул. Барыһы ла шул белем, мәғлүмәт туплап, эске һиҙемләү көсөн арттырыуға бәйләнгән. Шуға ла, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, Рәшиҙә апай­ҙан фәһем алығыҙ, мәғлүмәтте дөрөҫ сығанаҡтар аша ғына туплағыҙ!
Һикһән йәшлек еңеүсебеҙ бөгөн һыйыр аҫрамай. Ләкин ауылда уның мал тотоп, әсәһен һөт-ҡаймаҡ менән һыйлап тороу­сы ҡыҙҙары бар. “Йәшлек”тең бүләген ҡыҙҙарына тапшырмаҡсы Рәшиҙә апай. Фаразлап алған хәләл бүләгегеҙ файҙа килтерһен, ырыҫығыҙҙы арттырһын, тип теләйбеҙ.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға