«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Һылыуҡайҙарыбыҙға уңыштар теләйек



21.09.2012 Һылыуҡайҙарыбыҙға уңыштар теләйек

Һылыуҡайҙарыбыҙға уңыштар теләйек
Башҡорт гүзәлдәре донъяны яулауын дауам итә. Хәҙер инде танылған моделдәребеҙ ҙә бар. Был аҙнала ҡытайҙа асылған «Супермодель Азии – 2012» халыҡ-ара ма­турлыҡ конкурсында ла ҡыҙҙарыбыҙ сығыш яһай. «Һылыу­ҡай» студияһына йө­рөү­се БДУ студенты Айһылыу Фәтихова менән Өфө нефть техник университеты студенты Айһылыу Юнысбаева республика данын яҡлаясаҡ. Телевизион шоуҙы көн һайын донъяның төрлө тарафтарында 60 миллиондан ашыу кеше ҡарай, тип хәбәр итә ойоштороусылар.
«Һылыуҡай» студияһы директоры Линара Таһирова әйтеүенсә, конкурста милли үҙенсәлеккә иғтибар көслө буласаҡ. Милли кейемдә сығыш яһау, йәғни парад-дефиле мотлаҡ һанала. Шуға ла башҡорт милли кейеменән махсус коллекция тегелгән. Өфө дизайнеры Альбина Жерлицина быға байтаҡ көсөн һәм бөтөн һәләтен һалған.
Былтырғы ошо конкурста Башҡортостандан ике сибәркәйебеҙ – Айгөл менән Гөлсөм Айытҡоловалар ике номинацияға лайыҡ булып, Азияның иң яҡшы ун моделе исемлегенә индерелгәйне. Быйылғы конкурсанттарға ла уңыш йылмайыуын теләйек. Супермодель исеме 29 сентябрҙә билдәле буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға