«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Халыҡ участковыйы – 2012” өсөн тауыш бирегеҙ!



14.09.2012 Халыҡ участковыйы – 2012” өсөн тауыш бирегеҙ!

Үҙегеҙҙең участковыйығыҙ менән ризаһығыҙмы? Әгәр ҙә “эйе” тип яуап бирһәгеҙ, уға Рәсәй конкурсында еңеү яуларға ярҙам итегеҙ!
РФ Эске эштәр министрлығы “Халыҡ участковыйы – 2012” конкурсын иғлан итте. Иң күп тауыш йыйған полиция хеҙмәткәре ошо исемгә лайыҡ буласаҡ.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының рәсми сайтында – http://02.mvd.ru/news­/307209/ һәр участковыйҙың эшмәкәрлеген, уның ярҙамында нисә енәйәт асыҡланғанын, хеҙмәттәштәренең һәм граждандарҙың фекерен белергә мөмкин.
“Халыҡ участковыйы – 2012” исеменә лайыҡ булырлыҡ кандидатҡа тауыш бирер өсөн электрон почтаға – oios02@mail.ru, хеҙмәткәрҙең фамилияһы, исеме, атаһының исеме һәм хеҙмәт иткән урынын күрһәтеп, хәбәр ебәрегеҙ.

БР буйынса Эске эштәр
министрлығының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға