«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » “Аҡ торна” конкурсына эштәр ҡабул ителә



03.07.2012 “Аҡ торна” конкурсына эштәр ҡабул ителә

II халыҡ-ара “Аҡ торна” төрки телдәрҙәге шиғри әҫәрҙәрҙе тәржемә итеү конкурсының ойоштороу комитеты конкурс эштәрен ҡабул итеүҙе 1 сентябргә тиклем оҙонайтты.
Конкурс 15 апрелдә старт алғайны. Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһын октябрҙең икенсе яртыһында уҙғарыу күҙаллана. Ә 7 сентябрҙә “ТӨРКСОЙ” халыҡ-ара ойошмаһының төрлө илдәрҙең мәҙәниәт министрҙарынан торған Даими советының ХХХ ултырышы программаһы һәм V төрки телле “Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестивале сиктәрендә проекттың махсус презентацияһы уҙасаҡ.
Бөгөнгә Мәскәү, Өфө, ҡаҙан, Әстерхан, Силәбе, Барнаул, Таулы Алтай, Новороссийск, шулай уҡ ҡаҙағстан, Украина, Әзербайжан, Үзбәкстан һәм башҡа төбәктәрҙән бөтәһе 210 эш ҡабул ителгән.
Конкурс тураһындағы бөтә мәғлүмәтте www.aktorna.com. сайтында табырға була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға