«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Киң ҡарашлы тарихсы һәм әүҙем журналист



02.10.2010 Киң ҡарашлы тарихсы һәм әүҙем журналист

Киң ҡарашлы тарихсы һәм әүҙем журналистБашҡорт халҡының хәрби тарихын өйрәнеүсе һәм уны киң йәмәғәтселек, йәш быуын араһында йәйелдереү, танытыу йүнәлешендә эшләүсе йәмәғәт ойошмаһы булараҡ, «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы һәр саҡ тарихсыларыбыҙҙың эштәренә ҙур иғтибар бирә һәм уларға таяна.
2006 йылда ҡайтанан тергеҙелеп эшләп алып киткән яңы милли йәмәғәт ойошмаһының төп иғтибарын айырыуса хәрби тарихты өйрәнеүсе белгестәрҙең хеҙмәттәре йәлеп итә. Шундай тарихсыларыбыҙ сафында йәш быуын вәкилдәренең дә булыуы уғата ҡыуаныслы. Азат Ярмуллин (ул Юлан псевдонимы менән дә баҫыла) – йәштәр өсөн йәштәр теле менән яҙыусы, данлы хәрби тарихыбыҙҙы пропагандалаусы һәләтле тарихсы, төплө эрудициялы публицист.
Хәрби-тарихи клуб ағзалары ла тәүге терәк материалдарҙы Азат Ярмуллиндың матбуғатта баҫылып сыҡҡан төплө мәҡәләләренән алды. Бына бер генә миҫал: «Төньяҡ амурҙары» клубы ағзаларына 1918 – 1919 йылдарҙағы башҡорт ғәскәрҙәренең символикаһын, хәрби униформаһын, ғәскәри байраҡтарын тергеҙеп, эшләп алырға кәрәк ине. Архивтарҙа ултырып, был өлкәләге һирәк мәғлүмәттәрҙе туплау тағы ла оҙаҡ ваҡытты алыр ине. Бына шул саҡта Азат Юландың (Ярмуллиндың) «Йәшлек» гәзитендә һәм «Аманат» журналында баҫылып сыҡҡан мәғлүмәттәре беҙгә кейемдәрҙе, байраҡтың макет өлгөләрен эшләп алыу өсөн ҙур сығанаҡ булды.
Азат клуб эшмәкәрлеген ситтән генә күҙәтеүсе тарихсы-яҙыусы түгел, һәр саҡ клуб эше менән ҡыҙыҡһынып, кәңәштәре менән дә ярҙам итеп торған тығыҙ бәйләнештә эшләүсе ағзабыҙ ҙа. Әүҙемлеге һәм эске мәҙәнилеге һиҙелеп торғаны өсөн дә беҙҙең хәрби-тарихи клуб ағзалары үҙенә, «иптәш политбүлек мөдире» тип, шаяртып та, һоҡланып та өндәшә.
Азат Ярмуллиндың «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы менән тығыҙ ижади хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе булып 2007 йылда клуб тарафынан бағыусылап нәшер ителгән «Башҡорт халҡының хәрби даны» исемле китап-альбомы донъя күрҙе. Был хеҙмәт, халҡыбыҙҙың данлы тарихы биттәрен сағыу һәм йөкмәткеле итеп, тарихи сығанаҡтарға таянып, төплө әҙерләнгән. Шул уҡ ваҡытта оригиналь гравюралар, тарихи һүрәттәр һәм фото менән байытылған китап-альбом тарих менән ҡыҙыҡһынған төрлө ҡатлам китап һөйөүселәрҙе зауыҡлы биҙәлеше менән дә әсир итә.
Азат Ярмуллин – эҙләнеүсән, өмөтлө тарихсы. Уның 2009 йылдың декабрендә сыҡҡан «Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында» тип аталған башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрлеге хаҡындағы ҡыҫҡаса биографик очерктары ла ана шул турала һөйләй.
А. Ярмуллин, фәнни эҙләнеүҙәрен башҡорт халҡының хәрби тарихына, данлы үткәненә бағышлап, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла, ауыр ҙа ижади йүнәлештән бара. Ул республика Хәрби дан музейы менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Музей ойошторған фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, осрашыуҙарҙа сығыш яһарға ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Ул – һәр саҡ алдына ҡуйған маҡсатына тоғро ҡалып, үҙ юлынан бара, тарихсы-журналист, ғалим булараҡ та үҙ асылын тапҡан һәм йүнәлешен аныҡ күргән шәхес.
2009 йылда республика Хәрби дан музейы ойошторған «Рәсәйҙе һаҡлауҙа – башҡорт ғәскәрҙәре» тип аталған фәнни-ғәмәли конференцияла «Башҡорт ғәскәрҙәре тарихы – Ватанға тоғро хеҙмәт итеү өлгөһө» тигән доклад менән сығыш яһап, тарихсыларҙан тәүгеләрҙән булып республикала башҡорт халҡының хәрби-тарихи музейын булдырыу идеяһын күтәреп сыҡты. Илһөйәр йәш ғалимдың был фекере һис шикһеҙ хуплауға һәм артабан күтәреп алыуға лайыҡ. Сөнки тиҙҙән – 2012 йылда, Рәсәй кимәлендә 1812 йылғы Ватан һуғышындағы еңеүҙең 200 йыллығын билдәләп, оло тантаналар үтәсәк. Ошоларҙан сығып, йәш ғалим-тарихсы киләсәккә ҡарап уйлана, фекер йөрөтә. Сөнки уның ижады йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Ул илен, халҡын ифрат ныҡ ярата һәм үҙ хеҙмәттәрендә, ижадында бының башҡаса мөмкин түгел икәнен ышаныслы дәлилләй.
Клуб ағзаһы, тарихсы-журналист Азат Ярмуллиндың (Азат Юландың) ижадын баһалап, Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған «Заманса шарттарҙа башҡорт халҡының үҫеш нигеҙе булараҡ тарихи һәм рухи мираҫы» тип аталған фәнни-ғәмәли конференция барышында «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы етәкселеге йәш ғалимды клубтың юғары наградаһы – «Башҡорт халҡының хәрби даны» исемле иҫтәлекле миҙал менән бүләкләне. Был наградаға Азат сабырлығы һәм тырыш хеҙмәте менән лайыҡ булды. Беҙ уның тағы ла юғары үрҙәр яулаясағына һис шикләнмәйбеҙ һәм Башҡортостан Республикаһының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителеүен ҙур кинәнес менән халҡыбыҙҙың рухи тормошонда яңы исемдең нығыныуы, шә­хестең йәмғиәтебеҙҙә лайыҡлы баһаланыуы тип ҡабул итәбеҙ һәм хуплайбыҙ.

Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ,
«Төньяҡ амурҙары» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы» хәрби-тарихи клубы етәксеһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға