«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » “Ҡош юлы”нда булығыҙ, гитарасылар!



20.04.2012 “Ҡош юлы”нда булығыҙ, гитарасылар!

“Ҡош юлы”нда булығыҙ, гитарасылар!
Саф һауа, серле генә шыбырлаған ел, палатка, төн ҡараңғыһын йыртып әкрен генә янған усаҡ, тиле йәшлек, төрлө төбәктән йыйылған рухташтарың менән ихлас аралашыу, гитара һәм йыр… Йылы йәйҙе, сыуаҡ көндәрҙе, йылға буйҙарын һағынған күңелдәр өсөн ниндәй романтика!.. Был – хыял. Әммә ул мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ. Был турала “ҡош юлы” исемле конкурс үтә лә ышанырлыҡ итеп хәбәр итә. Хәйер, башта йәш милләт­тәштӘребеҙҙең ошо үҙенсәлекле ижади бәйгеһе тураһында.
“Шоңҡар” журналы хеҙмәткәрҙәре, күрәһең, заманса проекттарын конвейерға һалған – әле генә “Минең Рәми!” ярышы тамамланғайны, бына интернет донъяһында яңыһы стартҡа сыҡты: “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы менән берлектә гитарала уйнап йырлаусылар өсөн “ҡош юлы” I асыҡ конкурсын башлап ебәрҙе.
20 мартта старт алған был виртуаль сарала әле утыҙға яҡын йыр-моң һөйөүсе ҡатнашып та өлгөргән. Ошо сәмле ярышты ойоштороусыларҙың береһе, “Шоңҡар” журналының веб-администраторы Шамил Яубаҫаров бына нимә ти:
– Әлегәсә беҙҙең йәмғиәттә, мәҙәни яҫылыҡта бер социаль төркөм – сихри гитара ҡылдарын тибрәтеп йырлаусылар бөтөнләй иғтибарҙан ситтә ҡала килде. Улар йә үҙҙәренең йырҙарын башҡара, йә популяр төркөмдәрҙекен, эстрада “йондоҙҙар”ының. Ошондай һәүәҫкәрҙәр бик күп. Тик улар әлегәсә кистәрен ҡапҡа төптәрендә, һирәк-һаяҡ яландарға сыҡҡанда, башҡа тар даирәләрҙә генә йырлай ине. Бына “ҡош юлы” уларға яңы мөмкинлектәр аса, һәләттәрен башҡаларға танытырға мөмкинлек бирә, Башҡор­тостандың төрлө мөйөштәрендә йәшәгән гитара сыңына ғашиҡтарға, романтик рухлы йәштәргә бер-береһен табырға, таныр­ға, аралашырға ярҙам итә. Конкурс рәүешендә үтһә лә, был сараға беҙ рухи йөкмәтке һалабыҙ һәм ниәттәребеҙ бик тә амбициоз – “ҡош юлы” киләсәктә башҡорт бард мәҙәниәтендә Высоцкий, Окуджава, Визбор кеүек “йондоҙҙар”ҙы табыу, ҡабыҙыу һәм артабан уларға ярҙам итеү. Ә шарттарға килгәндә, улар ҡатмарлы түгел.
Был музыкаль бәйгелә 16 йәше тулған һәр кем ҡатнаша ала. Уның өсөн тик бер генә шарт: гитарала уйнап, башҡорт телен­дә бер йыр йырлап, видеоға төшөрөргә һәм ошо бәйге өсөн интернет селтәрендә махсус асылған vk.com/bashgitara битендәге видеоальбомға һалырға тейеш. Үҙҙәре ижад иткән йырҙарҙы башҡарыусыларға, социаль-ижтимағи йүнәлешле йырҙар­ға айырым иғтибар бирелә.
Ә ҡалғаны – үтә лә талапсан жюри ҡарамағында. Уның составында “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы һәм “Шоңҡар” журналы хеҙмәткәрҙәре, профессиональ музыка белгестәре лә бар. Урындар ҙа, бүләктәр ҙә етерлек буласаҡ. Иң мөһиме – аралашыу.
Конкурстың аҙағын 9 июндә Ейәнсура райо­нында яҡшы, сифатлы фестиваль рәүешендә күрәбеҙ, Алла бирһә.
Сәхнә… Унһыҙ ҙа булмай. Ниндәй генә концертты алма, “сәхнә түренә сығып” йырланмағаны ишетелмәй ҡалған кеүек тойола. Әлбиттә, интернет селтәрҙә булдырылған “ҡош юлы” төркөмө “сәхнәһе” лә бар. Әммә тәбиғәт ҡосағында торғаны ла кәрәк. Уныһын һәм башҡа бик күп мәсьәләне хәл итеүҙе яратҡан йырсыбыҙ, экс-“ҡышҡы йәйғор”сы Нәжип Юлдашбаев (“Урман-Сервис” йәмғиәте директоры) үҙ өҫтөнә алып ҡыуандырҙы.
Бүләкһеҙ конкурс – бушҡа уҙмаһа ла, ҡолаҡҡа күңелһеҙ сара булып ятыр ине. Ойоштороусылар тип баштан уҡ “Юл­даш” йыр-моң һәм мәғлүмәт каналы менән “Шоңҡар” журналын билдәләп үткәйнек. Тимәк, бүләктәр тураһында хәүефләнергә урын юҡ. Иң шәп өс башҡарыусыны, әлбиттә, биләгән урынына ҡарап, шәптән-шәп акустик гитаралар көтә. Бынан тыш, конкурста ихлас ҡатнашып, һәләтенә ғашиҡ итә алғандарға ла ҡиммәтле лә, иҫтәлекле лә приз­дар тапшырыласаҡ.
Әлеге ваҡытта конкурс “тәгәрмәсе”нең әйләнеш тиҙлеге артҡандан-арта ғына бара. ҡатна­шыусылар араһында популярлығы аптырата биреп тә ҡуя. Тимәк, бындай конкурс күптән кәрәк ине. Миҫал өсөн генә иң тәүгеләрҙән булып төркөмдөң “видеоҡумтаһы”на видеояҙмаһын һалған Илгиз Вәлиевтың (Силәбенән) яҙмаһын меңгә яҡын кеше ҡарап сыҡҡан. Юҡ, башҡалар ҙа ҡалышмай. Сөнки ихлас, тамашасыһының күҙенә ҡарап башҡарылған йыр яуапһыҙ ҡалмай – үҙ һөйөүен таба.
Алда бер ай самаһы ваҡыт бар. “ҡош юлы”нда булығыҙ, гитарасылар!

Г. БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға