«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Интернетта – «Хужа – беҙҙең арала»



20.04.2012 Интернетта – «Хужа – беҙҙең арала»

Интернетта – «Хужа – беҙҙең арала»
«Йәшлек» «Вконтакте» сайтында интернет-конкурс иғлан итә
Эһе-һей, юмористар, Хужа Насретдиндар, Ерәнсә сәсәндәр, алдаҡсылар һәм көлөп-йылмайып донъяны йәмләүселәр! «Хужа – беҙҙең арала» исемле конкурс иғлан итергә булдыҡ. Шарты ябай: һеҙҙән – мәҙәк, беҙҙән – бүләк. Тик, өс кенә «тик»: мәҙәк хәлдәр кемдеңдер күңелен ҡырырлыҡ булмаһын һәм бар донъяға билдәле анекдоттар баҫмаһын ине бәйгене, өсөнсөһө – мөһиме – мәҙәкте камера алдына ултырып һөйләйһегеҙ ҙә интернет­ҡа, «В контакте» сайтында, анығыраҡ әйткәндә, бына ошо биткә – vkontakte.ru/event 37775117 – шул видеояҙмағыҙҙы һалаһығыҙ инде. Тик башҡортса ғына. Ауыл мәҙәктәре, ҡушаматтар, лаҡаптар, ғаилә көләмәстәре булһа, тағы ла шәп.
Көләмәс тә эсте ҡатырырлыҡ, һөйләүселә йығылғансы көлдөрөрлөк маһирлыҡ булһа, шул еңеүгә дәғүә итә ала. Ә бүләк шәп – видеокамера! Айырым көләмәстәрҙе театрлаштырып күрһәтеүселәр табылһа, уларға тағы ла бер, маладис, тибеҙ.
Аңлашылдымы? ҡуҙғалдыҡ, улай­һа.
Юлға төшөр алдынан бер мәҙәк.
Бер әбейҙең улы мәрйә килен алып ҡайта. Аш-һыу яғына мәрйә оҫта булһа ла, ҡарсыҡтың яратҡан ризығы – ҡоймаҡты ҡоя белмәгән. Әбей киленен ҡоймаҡ ҡойорға өйрәтмәксе була. Ә үҙе урыҫса икмәк-тоҙлоҡ та һупаламай. Мейес янына киленен ымлап саҡырып килтергән дә, ҡыҙған табаға шыйыҡ ҡамырҙы һалып күрһәтеп, былай тип әйтә икән:
– Шажт иттереп һалғански ҙа шап иттереп алғански...
ҡыҫҡаһы, башланыҡ, шажт иттереп һалабыҙ, шап иттереп алабыҙ. Тик бик төйөрлө булмаһын инде, йәмәғәт. Әйткәндәй, биткә инегеҙ әле, «Йәшлек» хеҙмәткәрҙәренең көләмәс һөйләүен күрерһегеҙ.

Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға