«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Ысын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу



27.12.2011 Ысын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу

Был Яңы йыл тыуған яғым Учалы районында, атайым Мөхәммәтов Сәхийәр Сисанбай улы Тирлән урмансылығында урмансы булып эшләгән осорҙа булды.
Ауылыбыҙҙан ун саҡрым ситтә ятҡан кардонда мөғжизәле хәл килеп сыҡты. Беҙ унда йәшәйбеҙ, атайым питомникта ағас үҫтерә ине, беҙ, балалар ҙа, уға ярҙамлашабыҙ, ауыл халҡы ла килеп эшләне. Яңы йылға, атай, шыршы ҡуй, тип күпме ялынһаҡ та, ул шыршы ҡуйманы, эйе, үҙем үҫтерәйем дә, бер көн байрам өсөн ағас ҡырҡмай ни, тип яуапланы. Беҙ илаша башлағас, ярай, шыршыһыҙ булмаҫһығыҙ, тип сығып китте лә, бер ҡосаҡ шыршы ботағы алып инеп, иҙән уртаһында ҡуҡырайып ултырған түңәрәк мейескә терәп сыҡты. Бына һеҙгә шыршы, биҙәгеҙ, тине. Беҙ ҡағыҙҙан уйынсыҡтар, сылбырҙар эшләп, биҙәп сыҡҡас, матур ғына «елка» булды. Атайым Тирләндән битлектәр алып ҡайтҡайны.
Ул ваҡытта ҡайҙа электр уты, ҡыуыҡлы лампа. Көндөҙ үткәрергә булдыҡ Яңы йылды. Инәйем атайымдың толобон әйләндереп кейҙе, ул – ҡыш бабай, Әнүзәбеҙ – ҡарһылыу. Мин – шүрәле, ҡарт ҡына ҡартинәбеҙ бар (ул йөҙҙө үтеп мәрхүмә булды). ҡалған туғандарым – йәнлектәр. Шыршы төбөнә Шарик тигән матур этебеҙҙе лә индереп ултыртып ҡуйҙыҡ. Атайым гармун уйнай.
Беҙ мейесте уратып, Яңы йыл, Яңы йыл, беҙ һине һағынып көттөк йыл буйы, тип йырлашып йөрөгәндә, ҡапыл этебеҙ өрөп ебәрҙе, барыбыҙ ҙа һушһыҙ һымаҡ туҡтап ҡалдыҡ. Шау-шыу менән ишек асылғанды ишетмәгәнбеҙ, һаумыһығыҙ, тигән тауышҡа әйләнеп ҡараһаҡ, ишек төбөндә ысын ҡыш бабай менән ҡарһылыу баҫып тора. Төшмө, ысынбарлыҡмы? Күңел ысын мөғжизәгә ышанмай торҙо. ҡабаттан иҫәнләшкәс кенә беҙ, балалар, тәҙрәгә ҡапландыҡ. Тышта матур итеп биҙәлгән санаға таҫтамалдар эленгән, ҡыңғырауҙар тағылған егеүле өс ат тора. Санала тағы бер кеше ултыра ине. Белһәгеҙ шул ваҡыттағы ҡыуаныстарыбыҙҙы! Онотолмаҫ, иҫтән сыҡмаҫ иҫтәлекле Яңы йыл булды, бала сағыбыҙҙың хәтирәһе һаман күңелебеҙҙә һаҡлана. ҡыш бабай менән ҡарһылыу беҙҙе уйнатып, бейетеп, бүләктәр, күстәнәстәр тапшырып ҡайтып китте. Атайымдың эшләгән еренән – Тирләндән килгәндәр. Бына ниндәй заман булған элек, эшләгән кешенең эше хөрмәт менән баһаланған.

Алма НУРИЕВА.
Саҡмағош районы,
Яңы ҡото ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға