«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Урыҫ Ҡыш бабайы



27.12.2011 Урыҫ Ҡыш бабайы

Совет осоро, йәш саҡ, тормош иптәшем Морат, өс ҡыҙым – Фәйрүзә, Фәрзәнә, Мәҙинә менән Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ. ҡара­ғайҙы ултыртып, уйынсыҡтар менән биҙәнек тә, аш-һыу әҙерләй башланыҡ. Башҡорттоң төп ашы − бишбармаҡ, бәлеш, йыуаса. Магни­тогорскиҙан емеш-еләк алып ҡайттыҡ, өйҙө лә матур итеп ҡағыҙҙан сылбырҙар эшләп биҙәнек. ҡыҙ­ҙарыма, хәҙер ҡыш бабай һеҙгә бүләк алып килә, тинем. Яңы йылды ҡаршыларға 5 минут ҡалғас, ишек шаҡыйҙар. Ишекте асып ебәрһәм, ысынлап та, ҡыш бабай тора. Ә ҡыҙҙарым, ҡыуанып, эй, әсәй, ҡыш бабай иң тәүҙә беҙгә килде, тине.
«ҡыш бабай» күрше рус кешеһе Себастьянов булған. Ул килеп инде лә рус телендә: «С Новым годом, с новым счастьем!» − тип әйтә башлағайны, ҡыҙҙарым: «ҡыш бабай рус кешеһе лә буламы ни?» – тип шаҡ ҡатты. Мин, була, тип әйтеп тә өлгөрмәнем, ул ҡулындағы күнәгендәге бойҙайҙы (сүпле бойҙай ине, бәлки, ҡош-ҡорт еме лә булғандыр) шыршы төбөнә һибеп ебәр­ҙе лә: «Новый год принесет вам обильный урожай, много хлеба», – ти. Өйҙөң мөйөштәренә, иҙән уртаһындағы балаҫҡа ла һипте. Беҙ уны табынға саҡырғайныҡ, спасибо, тине лә сығып китте. Беҙ нимә әйтергә лә белмәй, аптырап тороп ҡалдыҡ. Бәлки, рустарҙа шундай йола барҙыр. Яңы йылды балалар менән ҡаршыланыҡ. Һуңынан уларҙы йоҡлатып, боҙ майҙансығына сыҡтыҡ. Һәр йыл ауыл уртаһына боҙ майҙансығы эшләп, шыршы ултырталар ине. Бөтә ауыл халҡы Яңы йылды өйҙә ҡаршылағандан һуң, шул май­ҙансыҡта төрлө уйындар, бейеүҙәр ойошторалар ине. Шул майҙансыҡта әлеге ҡыш бабай күнәгенән бойҙай һибеп йөрөй. Бер ҡатын йығылып китеп, аяғын имгәткәйне. Иң ҡыҙығы иртәгеһенә булды. Ярай, бойҙайҙы ҡанат менән һепереп алдым, ә балаҫты таҙартып булмай. Сөнки ул ваҡытта саң һурҙырғыс юҡ. Балаҫты тышҡа сығарып елләтеп, сүп-сарын сүпләп, өйҙө таҙалап алдыҡ.
Әйткәндәй, шул йыл уңыш мул булды. Яңы йыл яҡынлашһа, беҙ шул Себастьяновты иҫкә төшөрәбеҙ (мәрхүм инде). Быйылғы Яңы йылда шундай ҡыш бабай килһә ине, тип көтәбеҙ.

Гөлфәр ХИСМӘТОВА.
Әбйәлил районы,
Әбйәлил ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға