«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Юлиә РӘХМӘТУЛЛИНА: «Башҡорт ҡыҙына йөҙ шөғөлдө белеү артыҡ түгел»



20.12.2011 Юлиә РӘХМӘТУЛЛИНА: «Башҡорт ҡыҙына йөҙ шөғөлдө белеү артыҡ түгел»

Юлиә РӘХМӘТУЛЛИНА: «Башҡорт ҡыҙына йөҙ шөғөлдө белеү артыҡ түгел»
Мин Әбйәлил районының Красная Башкирия ҡасабаһында 1993 йылда ҡыҙ йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен. Әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультетында белем алам. «Һылыуҡай» студияһына йөрөп, матурлыҡ серҙәренә өйрәнһәм, Әбйәлил йәштәре берлегендә яҡташтарым менән төрлө мәҙәни саралар ойошторам.
Сер генә итеп әйтәйем –
Маҡсаттарым юғары.
Төрлө һөнәр өйрәнәм мин –
ҡайҙа илтер юлдарым?
Спорт, бейеү, яҡшы уҡыу,
Сит телдәрҙе өйрәнеү.
Башҡорт ҡыҙына йөҙ шөғөл
Артыҡ түгелдер белеү.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға