«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Беҙҙең заманда…



10.12.2011 Беҙҙең заманда…

Яңы 1961 йыл яҡынлаша. Мин училище бөтөрөп, ауылға килдем − эшкә. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптә пионервожатый булып икенсе йыл эшләйем. Шунда тормошҡа ла сыҡтым. Икебеҙ ҙә мәктәптәбеҙ.
Яңы йылға ныҡлап әҙерләнәбеҙ. «Башҡортостан пионеры» гәзитендә пьесалар сыға, шуның буйынса тамаша әҙерләйбеҙ. Йырҙар, бейеүҙәр өйрәнәбеҙ, кейемдәр тегәбеҙ, битлектәр (маска) яһайбыҙ. Элек магазинда бер нәмә лә булмай торғайны. Шыршы биҙәргә төрлө һүрәттәр эшләп, ҡырҡабыҙ, сынйырҙар яһап эләбеҙ. Хәҙер беҙгә айыу, бүре, төлкө, өс ҡуян битлеге кәрәк.
Мәктәптә бер оло ағайға (хәҙер мәрхүм инде) мөрәжәғәт иттем. Ул йәй көнө балсыҡтан йәнлектәрҙең баштарын яһап, киптереп ҡуйған (мин килгәнсе үк). Уның өйөнә барып, эшләргә өйрәндем. Шунан ул баштарҙы мәктәпкә килтереп, уҡыусыларҙы (7 синыф) йыйып, 4 – 5 көн эшләнек. «Болванка»ны майлай­һың (еңел ҡупһын өсөн), шунан ондо һыу йә ҡатыҡ менән бутайһың да, иҫке гәзит киҫәктәрен (2 – 3 см ҙурлыҡта) йәбештерәһең. Ҙур итһәң, ҡуба, йә һауа инә. Бысрана-бысрана ике-өс көндә ете битлек эшләнек. Уны пионер бүлмәһендә мейес эргәһендә киптерергә ҡалдырҙыҡ. 7– 8 көндә саҡ кипте. Битлектәрҙе буярға өйгә алып ҡайттым (иптәшем оҫта ине). Буяу кипте, ҡуян, айыуға – сепрәктән, ә төлкө, бүрегә тимерсыбыҡты үреп, йөн ҡыҫтырып, әҙерләп, соланға − һөт күнәге урынына ырғаҡҡа элеп ҡуйҙым да, үҙем мәктәпкә киттем. Унда шыршыны биҙәп, балаларҙы өйрәтеп ҡайтып киттем.
ҡайтһам, тупһала үҙебеҙҙең ҡара кәзәбеҙ баҫып тора, тик ниңәлер башы, һаҡалы аҡ. Соланға килеп инһәм, иҙәндә билмән, ҡаймаҡ һауыты ята. Яңы йыл байрамына яһаған билмәнде ашап, ҡатһын тип ҡуйған ҡаймаҡты эсеп сыҡҡан һаҡалтай. Уныһы, ярай, артыма ҡараһам, маскаларым юҡ, сеткала ҡойроҡтары ғына эләгеп тора. Уларҙы ла ашаған. Мин ҡысҡырып, һикереп-һикереп, илайым. Өйҙәгеләр аптырап килеп сыҡтылар. Күрше инәй инеп сыҡҡан, ишекте ныҡ япмаған, ә кәзә шуны ғына ҡарап йөрөй.
Хәҙер шыршы тирәләй кейенеп уйнарға битлектәр юҡ. Уҡыусыларым мәхрүм була бит инде. Әсәләре костюмдар текте. Йүгерҙем теге ағай­ҙың өйөнә. Оло кеше берәй кәңәш бирер, тип. Килеп индем, илайым, үҙем һөйләйем. Мине йыуата-йыуата тышҡа сығып китте. Күрәм − ҡулында бүре, айыу, төлкө битлектәре. Ейәненә бер йәнлек битлеге эшләп биргән. Ағайҙы ҡосаҡлап алдым. Ә ҡуян битлеге юҡ, уныһын сысҡан ашаған. Аҡ ҡағыҙ алырға мине мәктәпкә ебәрҙе. Бер плакат алып килдем, шунан өс ҡуян битлеге яһап бирҙе. Йоҡа ғына булһа ла, ярап торҙо.
Шулай итеп, киске сәғәт 7-гә бөтә битлектәрем дә әҙер булды. Байрамыбыҙ бик күңелле, матур үтте. Уҡыусыларыма бөтәһен дә һөйләнем, бахырҙарым береһе лә көлмәне, ә мине йәлләне. Бер ир бала ғына: «Һуйып ашамай уны», − тине.
Ә ул кәзә өс шәллек мамыҡ бирә. Шул шәлдәрҙе бәйләп, һатып, өҫ-башты ҡарай инек. Ул ваҡытта хеҙмәт хаҡы бик аҙ. Кейгән кейемебеҙ – штапель күлдәк, аяҡта − калуш. Яңы уҡыу йылына яңы калуш алырға тырыша инек.
Беҙ ошолай итеп дәртләнеп, тырышып эшләнек, күңелле йәшәнек.
Хәҙер тормош бик мул, ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ.

44 йыл уҡытыусы булып эшләүсе, 73 йәшлек
Венера БАТТАЛОВА.
Күгәрсен районы,
Мораҡ ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға